Все новости
Общие статьи
19 Января 2018, 17:25

БАРЫБЫҘҘЫ ЛА ТЕТРӘНДЕРҘЕ

“Юшатыр” гәзитенең үткән 16 ғинуар һанында сыҡҡан “Эсмәгеҙсе, әсәләр!” материалы буйынса интернет селтәренең Вконтактелағы “Юшатыр” төркөмөндә төрлө фекерҙәр яҙылды. Шулай уҡ редакцияға әллә нисә шылтыратыу ҙа булды. Был төркөмдә ултырмаған оло инәйҙәр шылтырата. Кемдер Ҡөръән ашында гәзит материалы хаҡында бәхәсләшкән, кемдер яңғыҙы ғына уйланған да беҙгә фекерен еткерә. Эскән әсә, ата тураһында әсенеп һөйләйҙәр. Шуларҙың бер нисәүһен гәзит битендә баҫырға булдыҡ.

“Юшатыр” гәзитенең үткән 16 ғинуар һанында сыҡҡан “Эсмәгеҙсе, әсәләр!” материалы буйынса интернет селтәренең Вконтактелағы “Юшатыр” төркөмөндә төрлө фекерҙәр яҙылды. Шулай уҡ редакцияға әллә нисә шылтыратыу ҙа булды. Был төркөмдә ултырмаған оло инәйҙәр шылтырата. Кемдер Ҡөръән ашында гәзит материалы хаҡында бәхәсләшкән, кемдер яңғыҙы ғына уйланған да беҙгә фекерен еткерә. Эскән әсә, ата тураһында әсенеп һөйләйҙәр. Шуларҙың бер нисәүһен гәзит битендә баҫырға булдыҡ.

Гөлминаз ЯҠШЫМБӘТОВА:

- Эскән кешеләрҙе әҙ йәки күп эсеүселәр төркөмөнә бүлеп буламы икән ул... Ул үҫмер ҡыҙыҡай, минеңсә, ҙур батырлыҡ эшләгән, ваҡытында хәбәр итеп. Борсолған, ҡурҡҡан икән – тимәк, өйҙә эштәр шәптән булмаған. Ана шул кеше белеп ҡалмаһын - беҙҙә бөтәһе лә һәйбәт, тип ниндәй хәлгә килеп еттек. Бәлки, аҡыл ултырыр ул бик эсергә яратмаған парға... Опекалар ҙа тик торғандан алып китмәгәндер - улар бер нисә тапҡыр иҫкәртәләр, белеүемсә. Иң мөһиме балалар иҫән-һау!

Рәмилә ҠУЖАҠОВА:

- Шундай ғаиләләр менән тәү сиратта класс етәкселәре көрәшә, ысынлап та, эште ҙурға ебәрмәйек, бәлки, аңларҙар, тип өмөт итә. Уның ғына көсө етмәһә, әлбиттә, рәсми органдарға хәбәр итмәй булмай. Улар ундай ғаиләләрҙе күҙәтеү аҫтына ала, гел тикшереп тора, аңлатыу эше алып барыла. Балаларҙы тартып алыуға барып еткәс, барыһы ла аңлашыла бында. Әлбиттә, ҡыҙғаныс, балалар йәл... Күпме стресс... Әммә... Аҙмы ни балалар суициды, башҡа ҡурҡыныс хәлдәр...Аллам һаҡлаһын... Бер хәл булһа, ә класс етәксеһе, мәктәп директоры, силсәүит ҡайҙа булған, ти башлайҙар. Ваҡытында сара күрелгәне яҡшы. Был хәлдән һуң, ата-әсә аҡылына килер, балалар үҙ ғаиләһенә кире ҡайтарылыр, тип өмөт итәйек.

Абдул ауылы халҡы (ошондай эстәлекле өс шылтыратыу булды):

- Хөрмәтле “Юшатыр” гәзите хеҙмәткәрҙәре! “Эсмәгеҙсе, әсәләр” мәҡәләһе барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Үрҙә ултырғандарға әйтегеҙ әле, ул балаларҙы ата-әсәһенән айырмаһындар. Ныҡ йәл… Материалды ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтыҡ, йөрәк әрней. Ниндәй генә булһа ла, үҙ әсәйең үҙеңдеке инде. Биш баланы туғыҙар ай күтәреп йөрөп, үҫтереүе еңелдән түгел. Әсәй кеше аҙыраҡ байрам итһә, арып йоҡлап та киткәндер, бәлки. Ә ниңә туғандары килеп ярҙам итмәй? Биш баланы ҡарашһындар ине аҙыраҡ. Ундай туғандарҙы аңламайбыҙ беҙ, улар туған түгел, ә “бандит”тар. Шул турала иҫкә төшһә, илайбыҙ. Беҙҙең ауылда ла булды ундай хәлдәр. Берәүҙең балаларын алырға йөрөнөләр, бирмәнек. Күмәкләп үҙ һүҙебеҙҙе әйттек. Башта ҡатыраҡ ҡына иҫкәртһендәр ҙә берәй шанс бирһендәр әсәгә. Ул балаларҙы алып китеү дөрөҫ түгел. Әллә өҫтән берәй план биреләме икән балаларҙы тартып алырға тигән? Ситтәге тәрбиә тәрбиә булмай, ундайҙар араһында күпме кеше үлтереүселәр, наркомандар килеп сыға. Балаларға үҙ әсәйҙәренең наҙы етмәгәнгә лә шулай. Беҙ, дини кешеләр, барыһын да аңлайбыҙ. Балаларҙы тартып алыу ярамай, сабыйҙарҙың күҙ йәше рәнйеш булып төшә. Барыһы ла үҙ аҡылында, тәүфиҡлы булһындар. Һәр кем үҙ балаларын үҙҙәре лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерһендәр ине.
Читайте нас: