Все новости
Общие статьи
19 Января 2018, 17:19

ИЛ ҠЕҮӘТЕ – КӨСЛӨ ПРЕЗИДЕНТТА

Илебеҙҙең ундай президенты бар. Ул – әле эшләп килгән Владимир Владимирович Путин.

Илебеҙҙең ундай президенты бар. Ул – әле эшләп килгән Владимир Владимирович Путин.

Эштәр нисек барҙы һуң Владимир Путин власҡа килгәнсе? 1991 йылда бөйөк держава иҫәпләнгән Советтар Союзы тарҡалды, ул 15 киҫәккә бүленде. Ошо сәйәси хәл тураһында ул саҡтағы Рәсәй президенты Борис Ельцин, ҡыуанып, АҠШ президенты өлкән Д. Бушҡа шылтырата. Шунан башлана ла инде Рәсәй тигән илде талау. Ваучер тигән ҡағыҙ киҫәге сығарып, бөтә нәмәне, байлыҡты алдап алып, бер көн эсендә миллионер, миллиардерҙар барлыҡҡа килде, хатта эшләп торған электр сымдарын да һүтеп алып тапшырҙылар, самолет эшләйһе урынға алюмин ҡалайҙарын Эстонияға оҙаттылар. Эстонияла алюмин юҡ, ә ул беҙҙән урлап һатылған алюмин менән донъя күләмендә беренсе урынға сыҡты. Нефть, газ, башҡа төр сеймалдар, айырыуса урмандар буш хаҡҡа сит илгә һатылды. Ағастың 1 кубометры Рәсәйҙә 15 доллар торһа, АҠШ-та һәм Канадала 45-60 доллар ине. Йыл һайын Рәсәйҙең 15-20 миллиард доллар аҡсаһы башҡа илдәргә китте. Иң яманы Борис Ельциндың указы сыҡты, ул колхоз-совхоздарҙы бөтөрөргә, ерҙе крәҫтиәндәргә таратып (бүлеп) бирергә, малды бөтөрөргә ҡушты. Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә, шаҡ ҡаттым. Шундай уй килде башыма: колхоз-совхоз булмағас, комбайн, тракторҙар эшкә сыҡмаҫ инде. Эшселәре ҡайҙа барырға тейеш була инде, тип уйланым, һәм уйлағаным дөрөҫкә сыҡты. Бигерәк тә еңел сәнәғәткә ауырға тура килде: 90% тиклем кәмене. Завод, фабрикалар эшләмәне, комбайндар сығарыу 13 тапҡырға, тракторҙар 14 тапҡырға, металл ҡырҡыусы станоктар 14 тапҡырға, видеомагнитофондар 87 тапҡырға, магнитофондар 1065 тапҡырға кәмерәк етештерелде. Иң аяныслыһы кешеләрҙең күпләп үлеүе булды: йылына Рәсәйҙә ул ваҡытта 1,5-2 миллион кеше яҡты донъя менән хушлашты. Халҡыбыҙҙы хәйерселеккә ҡалдырыусы реформаторҙарҙың береһе Егор Гайдар тигән бәндә ине. Кешеләрҙең фатирға, машинаға тип бөртөкләп йыйған аҡсалары бер көндә юҡҡа сыҡты. Уныһы ғына етмәгән, тағы килеп хосусилаштырыу үҙенең кире эшен эшләне, кемдер 10-15 фатирға хужа булды, ә кемдер әле булһа фатирһыҙ. Унан килеп сит ил банктары кредит бирмәй башланы. Магазиндар прилавкалары бушап ҡалды, хатта пенсияны ла бер йылды 6 ай буйына бирмәнеләр. Беҙ, совхозда эшләп, 9 йыл буйы аҡса төҫө күрмәнек. Әлдә ауылда һыйыр бар, беҙҙе ул ғына ҡотҡарҙы. Шуның һөтөн, майын, итен һатып йән аҫыраныҡ. Чечня һуғышын яҙып тормайым инде. Алдағы хәлдәрҙе былай ҙа беләбеҙ. Ярай, бәхеткә, Рәсәйгә президент булып Владимир Путин килде. Ул, килгәс, илде тәртипкә һала башланы. 2000 йылдан башлап ВВП 75%-ҡа үҫте, сәнәғәт етештереүе 70%, эшкәртеү сәнәғәте 70%, хеҙмәт хаҡы 3,5 тапҡырға, пенсия 3,6 тапҡырға артты; балалар үлеме 2,6 тапҡырға, әсәләрҙең үлеме 4 тапҡырға кәмене. Сит илдәргә бирәсәк бурыстар ҙа 3 тапҡырға ҡыҫҡартылды. Илдең резерв аҡсаһы 30 тапҡырға артты.

Халыҡ, нишләп Ҡырымды алдыҡ, тип аптырай. Әгәр ҙә Ҡырым беҙгә ҡушылмаһа, Американың Ҡара диңгеҙҙә һыу аҫты, һыу өҫтө кораблдәре балыҡ һымаҡ йөрөрҙәр ине, иң ҡурҡынысы шул: беҙ Ҡырымды алмаһаҡ, унда ҡасан да булһа АҠШ үҙ хәрби базаларын төҙөп ултыртыр, хәрби көстәрен урынлаштырыр ине. Ә бит Ҡырым беҙҙең илгә сиктәш, шулай булғас, АҠШ беҙҙең танау төбөндә, тигән һүҙ. Халыҡ, ниңә космодром төҙөйбөҙ, тип аптырай. Байконур әлегә арендаға алынған, уның өсөн Ҡаҙағстан Республикаһына йылына 200-220 миллион доллар түләйбеҙ. Көнсығыш космодром иһә үҙебеҙҙеке була. Үҙеңдеке үҙеңдеке инде ул. Унан килеп, Арктикала ни эшләп армия тотабыҙ, тиҙәр. Беҙҙең ундағы территорияла бик күп нефть, газ ятҡылыҡтары бар, 58-60 триллион кубҡа етә, тиҙәр. Канада ла, Америка ла, нефткә беҙҙең дә өлөшөбөҙ бар, тип дәғүәләшеп маташа. Унан килеп Американың Норвегияла урынлашҡан ракеталары Мәскәүгә 15 минутта килеп етә ала. Әгәр беҙҙекеләр Архангельск өлкәһенән ракета осороп ебәрһә, ул Вашингтонға 25 минутта барып етә, айырма ҙур – 9 минут. Элекке социалистик илдәрҙең күбеһе хәҙер килеп дошманыбыҙға әйләнде. Иң беренсе сиратта мин бында Балтика буйы илдәрен күҙ уңында тотам. СССР барҙа беҙҙә юҡ нәмәләр уларҙа тулып ятты. СССР тарҡалғас, уларға әҙер казармалар, аэродромдар, машиналар ҡуйыу өсөн гараждар – һәммәһе лә бушҡа тороп ҡалды. Хәҙер килеп унда НАТО һалдаттары рәхәтләнеп йәшәп ята. Американың 50-52 ядро ҡоралын ташыусы 5 самолеты Европа илдәренә килде. Америка президенты, Рәсәй, Иран, Ҡытай, Корея Халыҡ Демократик Республикаһы – миңә дошман, тип гел һөйләп тора. Шулай булғас, беҙҙең илгә Владимир Путин һымаҡ көслө президент нисек кәрәкмәһен? Миңә ҡалһа, уны алыштырырлыҡ сәйәси шәхесте, лидерҙы күрмәйем әле. Тик ул аҡса уғырыларын ҡаты язаға тарттырһа, күп хеҙмәт хаҡы алыусы кешеләргә прогрессив һалымды 20-25%-ҡа тиклем арттырһа, илебеҙҙең социаль тормошо өсөн бик әһәмиәтле булыр ине был. Ә инде айына 10 мең һум аҡса алған пенсионер, эшселәргә бер ниндәй түләү, һалым булмаһын ине.

Ерҙәрҙе крәҫтиәндәргә таратыуын тараттылар, тик һөҙөмтәлә нимә килеп сыҡты һуң? Агрономияның «а» хәрефен дә белмәгән фермер йәки шәхси кешеләр алды уны. Тәүҙә уларҙың техникаһы булманы, булһа ла, тулы ҡеүәтенә эшләп китә алманылар. Ҡайһы берҙәре фермер булып теркәлеп, ер алып, шул ерҙәренә исем өсөн булһа ла барып та ҡараманылар. Араларында бойҙайҙы һолонан айыра алмағандарының да булыуына ышанам. Бер фермер ер алды, уға ГАЗ-53 бортлы машинаһын бирҙеләр. Машинаһының кабинаһына «Фермер им. Б. Н. Ельцина» тип яҙҙырып ҡуйып, шул техникаһы менән селек һепертке бәйләне, мәтрүшкә йыйып Ырымбур ҡалаһына алып барып һатып йөрөнө. Ерҙәр һөрөлмәне, һөрөлһә лә, сәселмәне, сәселһә лә, уңышы йыйып алынманы. Ерҙә ятып ҡалды, шунда серене. Мәҙәк өсөн: 1999 йылда Яҡупта шәкәр сөгөлдөрө шул тиклем шәп уңғайны, һәр гектарҙан 310-320 центнер тәшкил итте. Иң тәүҙә һуңлап яғыулыҡ бөттө, эштең рәте-сираты китте. Бөтөп булманы – 5-6 гектары ятып ҡалды. Шул уҡ йылда ҡарабойҙай, һоло, көнбағыш ятып ҡалды. Б. Н. Ельциндың тағы бер указы буйынса һыйыр малын күпләп һуйҙыҡ, бартер тигән нәмә сығарып, алыш-бирешкә күсеп киттек. Бына шулай барҙы юҡ иттек. Әллә күпме фермалар бушап ҡалды. Хәҙер улар урланып-һүтелеп бөтөп бара. СССР ваҡытында һыйыр малы 48 миллион баш тәшкил иткән, тиҙәр. Хәҙер 22-24 миллион ғына икән. Шулай булғас, сит илдән һөтөн-майын, итен һатып алырға мәжбүрбеҙ инде. Ауылдар бөтә, ауылдарҙа кешеләр ҡартая, мал тота алмайҙар. Ә хәҙерге йәштәрҙең бик мал тотаһы килмәй. Бына ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып РФ Президенты илебеҙҙең эске сәйәсәтен, социаль-иҡтисади тормошон, шул иҫәптән ауыл хужалығын үҫтереүгә, тергеҙеүгә лә ныҡлы иғтибар бирер, тип ышанам. Сөнки быға тиклем ул Рәсәй оборонаһын нығытыу менән төптән шөғөлләнде. Шунһыҙ Ватаныбыҙҙың киләсәкке яҙмышын күҙ алдына килтереп тә булмай ине. Владмир Путиндың эште тап бына шунан башлауы бөгөн килеп дөрөҫлөккә сыҡты, үҙен аҡланы.
Читайте нас: