Все новости
Общие статьи
19 Января 2018, 17:30

КЕМДӘРГӘ БӘХЕТ ЙЫЛМАЙЫР?

Һалым тураһында күп яҙҙыҡ, шулай ҙа тағы был темаға бер әйләнеп ҡайтырға сәбәп табылып тора. Ишетеп беләһегеҙ инде, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2017 йылдың һуңғы эш көнөндә эшҡыуарҙарға һәм физик шәхестәргә һалым буйынса иҫке бурыстарын ғәфү итергә тигән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ил башлығы әйтеүенсә, был түләнмәгән бурыстар кешеләргә һәм бизнесҡа ауыр йөк булып тора.

Һалым тураһында күп яҙҙыҡ, шулай ҙа тағы был темаға бер әйләнеп ҡайтырға сәбәп табылып тора. Ишетеп беләһегеҙ инде, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2017 йылдың һуңғы эш көнөндә эшҡыуарҙарға һәм физик шәхестәргә һалым буйынса иҫке бурыстарын ғәфү итергә тигән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ил башлығы әйтеүенсә, был түләнмәгән бурыстар кешеләргә һәм бизнесҡа ауыр йөк булып тора.

Бындай бурыслыларҙы закон өмөтһөҙ, тип һанай һәм уларҙы бурыстарҙан азат итергә кәрәкле тип таный. Амнистияға 2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата булған транспорт, физик шәхестәрҙең мөлкәте һәм ер һалымдарының ваҡытында түләнмәй ҡалған өлөшө һәм пенялары эләгә. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарҙың, адвокаттарҙың һәм нотариустарҙың бындай бурыстары ғәфү ителә.

Шулай итеп, 50 млн-ға яҡын рәсәйле 41 млрд һум бурысын түләүҙән азат ителәсәк. Ә Башҡортостан буйынса физик шәхестәрҙең 600 млн һум бурысы ғәфү ителә.

Беҙҙә бит ғәҙәттә гел шулай, кемдер йылдар буйы коммуналь хеҙмәт өсөн дә түләмәйенсә рәхәтләнеп теттереп йәшәп ята. Уларҙы бер нимә лә эшләтә алмайҙар, йорттарынан да ҡыуып сығара алмайҙар. Бер көн килеп ундайҙарҙың бурысын да «юҡ» итеп ҡуялар, ә айыныҡын айына түләп барыусыларҙан, тегеләр өсөн дә иҫәпләп, күберәк аҡса ҡайыралар. Бына был юлы ла шулай булды. Ошондай яңылыҡты ишетеп һалымдарын ваҡытында түләп барған күптәрҙең хәтере ҡалғандыр, күрәһең. Ундайҙар: «Нишләп кемгәлер бурыстарын түләмәһә лә ярай. Улай дөрөҫ түгел бит», - тип көйәләнеп, ә бурыслылар: «Кемдәрҙең, нисәнсе йылдағы бурыстарынан азат иттеләр ул? Аңламайбыҙсы бер ҙә», - тип шылтыраталар. Урындағы бюджет та күп кенә һалым аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡандыр инде. Башҡалар түләмәгәндә, беҙ нишләп түләргә тейеш, тип хәҙер һалымдарын акурат түләп барыусылар ҙа түләмәй башлармы икән? Ошондай һорауҙарҙы Ишембайҙа урынлашҡан Һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә лә биреп ҡараныҡ.

Телефондарын бер ҙә тиерлек алмаған Һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәрен ыҙалай-ыҙалай саҡ тоттоҡ. Мин белмәйем, тегегә шылтырат, тип бер-береһенең телефон номерҙарын биреп кенә торҙолар. Телефондың теге башынан бер ҙә генә ҡәнәғәтләнерлек яуап ишетеп булманы: «Кемдәрҙе һалым бурыстарынан азат итәсәктәре хаҡында үҙебеҙгә лә яҡшылап аңлатманылар әле. Шуға әлегә бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ. 29 ғинуарҙа ғына закон үҙ көсөнә инәсәк», - тип яуап бирҙеләр. Ҡалған һорауҙарыбыҙ яуапһыҙ ҡалды. Шулай итеп кемдәргәлер һалым түләмәү бәхете йылмаясаҡ тиҙҙән.
Читайте нас: