Православныйҙарҙың суҡыныу көнө үтте. Дингә ышанамы кеше, юҡмы, һыуҙа ҡойона, исмаһам, сирҙәрем булмаҫ, тип уйлай. Дин ныҡ үҫеште совет власы юҡ булыу менән, илдең тәүге кешеләренән башлап ябай көтөүсегә тиклем шәмдәр тотоп сиркәүҙәрҙә тора, мәсеткә йөрөй. Тик иман яғы ғына һаман самалы, ахыры.
Бына ошо христиандарҙың дини байрамы алдынан ғына Ермолаеволағы сиркәүҙе талағандар — 35 мең һум юҡ булған. Бер диндекен талағас, икенсеһен дә «әбижәйт» итмәйбеҙ типме, мәсеткә лә төшкәндәр. Унан 12 мең тәңкә юҡҡа сыҡҡан (ярлыраҡмы икән мәсетебеҙ).
Әлеге көндә полиция ҡараҡтарҙы эҙләй. Һуңғы яңылыҡтар буйынса, бурҙар иң тәүҙә мәсеткә инеп сыҡҡандар икән. Бында ул хәтлем байый алмағастар, йәйәүләп сиркәүгә киткәндәр былар. Шул ваҡытта бер нисә видеокамераға эләгеп тә өлгөргәндәр. Шулай булғас, полиция хеҙмәткәрҙәре был Алланан да ҡурҡмаған бәндәләрҙең эҙенә тиҙ төшөр, тип ышанабыҙ. Тотҡас, һорарға ине үҙҙәренән: «Алланан ҡурҡмайһығыҙмы?» - тип. Нимә тип яуап бирерҙәр ине икән?