Все новости
Общие статьи
23 Января 2018, 18:01

ТӨПКӨЛДӘН СЫҠҠАН УҘАМАН2

Советтар Союзы заманында элекке Күмертау районынан байтаҡ етәкселәр үҫеп сыҡты. Шуларҙың береһе – минең атайым Насир Әхмәҙи улы Моратбаҡиев.

Советтар Союзы заманында элекке Күмертау районынан байтаҡ етәкселәр үҫеп сыҡты. Шуларҙың береһе – минең атайым Насир Әхмәҙи улы Моратбаҡиев.

Урта Бабалар ауылында тыуып үҫеп, КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының икенсе секретары дәрәжәһенәсә үрләне ул заманында. Уны көйөргәҙеләр бөгөн дә йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙы социаль-иҡтисади, сәйәси-идеологик яҡтан үҫтереүҙә Насир Моратбаҡиев та үҙенең лайыҡлы хеҙмәт өлөшөн индерҙе.

Насир Әхмәҙи улы 1932 йылдың 1 ғинуарында тыуған. Атаһы Әхмәҙи Мөхәмәҙи улы — Бөйөк Ватан һуғышының I төркөм инвалиды. Әсәһе Сәхипъямал — ябай ауыл ҡыҙы. Улар күп балалы бәхетле ғаилә тураһында хыяллана. Хыялдары тормошҡа аша: йылдар үтеү менән ата-әсәгә ҙур шатлыҡтар, ҡыуаныстар өҫтәп батыр улдары, уңған ҡыҙы яҡты донъяға тыуа.

Насир белемде 1939-1949 йылдарҙа Урта Бабалар, Яҡшымбәт ауылдарында ала. 1950 йылда ул Яҡшымбәт ауылының иң сибәр, иң уңған ҡыҙҙарының береһенә — Нурияға өйләнә. 1954 йылда уларҙың беренсе ҡыҙҙары Миләүшә тыуа. Атай менән әсәйҙең шатлыҡтарының сиге булмай. Насир менән Нурия үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөй. Нурия башҡорт халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡара, улар икәүһе лә спектаклдәрҙә гел төп ролдәрҙе уйнай.

1951-1954 йылдарҙа атайым Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә. Әсәйем уны дүрт йыл буйына көтөп ала. Ике ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар матур тормош юлы үтте.

Насир – төпкөлдән сыҡҡан ябай ауыл малайы – ҙур дәрәжәләргә эйә булды: комсомол, партком секретары, 1954-1959 йылдарҙа колхоз рәйесе, 1959-1974 йылдарҙа Күмертау ҡала комитетының икенсе секретары булып эшләне. Алты балаһына ла яҡшы тәрбиә бирҙе. Уларға юғары белем алырға ярҙам итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Насир Әхмәҙи улының ғүмере ҡыҫҡа булды: 1980 йылдың авгусында ҡаты ауырыуҙан һуң яҡты донъя менән хушлашты. Уға ни бары 48 йәш кенә ине.

УРАН МОРАТБАҠИЕВ
Күмертау ҡалаһы
Фото ғаилә архивынан

Читайте нас: