Все новости
Общие статьи
23 Января 2018, 18:13

ТАУЫҠҠА ВИТАМИН БУЛҺЫН ТИП…

Кисә район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы булды.

Кисә район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы булды.

Был сараны ойоштороуға етди сәбәп бар: Көйөргәҙелә йыл яңы ғына башланып тороуына ҡарамаҫтан, 3 янғын булған (былтыр был ваҡытҡа 2 ине). Бер кеше үлгән (былтырғы ошо осорҙа бер янып үлеүсе лә булмаған). Эштәр былай барһа, хәлдәр хөрт, шуға нимәлер эшләргә, ҡыбырҙарға кәрәк. Н.Ю. Ивановтың – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Күмертау район-ара бүлеге начальнигының – сығышы тыңланды. Ул, ике янғын сығыуы, бигерәк тә, янып үлеүсенең булыуы – насар күрһәткес, тине. Профилактика, аңлатыу эштәре алып барыу мөһим кеше араһында, имен булмаған, күп балалы ғаиләләр менән тығыҙыраҡ эш алып барыу мотлаҡ, тип айырып әйтте. Хәйер, быныһын ултырыш һайын ишетәбеҙ, ә мөлкәт яна. Ниңә яна икәнен кемдең биләмәһендә янғын сыҡҡан, шулар аңлатырға тырышты. Ермолаево силсәүите башлығы Р. Барановский 19 ғинуарҙа Молоканда янған йорт хаҡында һөйләп алды. Был йортта хужа янып үлгән, 65 йәшлек ир, туғандарында эскән дә ҡайтып ятҡан, тартҡан булған, ана шул тәмәке төпсөгөнән ут сыҡҡан да инде, тип фаразлайҙар. Комиссия рәйесе, район башлығы Ә. Ҡотлоәхмәтов, ниңә был ирҙе эскән килеш туғандары ҡайтарып ебәргән, уның бер-бер хәлгә дусар булырын күҙаллаһалар була бит, тип фекерен белдерҙе. Ҡалайтайыҡ һуң, августа уның йортонда үҙем булдым, декабрҙә лә булдылар силсәүит кешеләре, аңлаттыҡ янғындың нимә икәнен, ҡулына памятка ла тотторҙоҡ, тағы нишләргә була ундай кешеләр менән, тигән һымаҡ ауыл хакимиәте башлығы Роман Александрович ҡулдарын йәйҙе. Әхәт Йәүҙәт улы, һаман тыныслана алмай, ә ниңә Молоканда пожар машинаһы өсөн һыу алыр урын ҡалманы, элек булғанын ябып ҡуйғандар, һәр нәмә артынан район башлығы үҙе күҙәтеп йөрөргә тейешме ни, хәҙер янғын һүндереүселәр һыу артынан Маяҡ ҡасабаһына саба, ара яҡын түгел, тултырып килеп еткәнсе, бер йорт түгел, бар ауыл янып бөтөүе бар, тине. Был дәғүәгә Р. Барановский хәлде асыҡларбыҙ, һыу гидрантын тергеҙербеҙ, тигәндәй яуапланы.

Артабанғы уттан зыян күргән биләмә – Таймаҫ биләмәһе, Лена ауылында һарай янған. Бер йортҡа яңыраҡ ҡына ҡаланан пенсионер пар килеп йәшәй башлаған булған. Ауылға килгәс, билдәле, бот һуҙып ятып булмай, мал аҫрар кәрәк, елле мал аҫрауға хәл етмәҫ, бына тауыҡ тоторға була, тип уйлап һарайҙарында ҡытҡылдаҡтарҙы аҫрай башлағандар. Тауыҡ ҡына тиһәң дә, уларға ла витамин кәрәк, бер көн ҡарттар мейестән алынған көлдө сығарып түгә быларға – әйҙә, рәхәтләнһендәр, йомортҡалары тышы ла ҡаты булыр. Тик сығарып һалған көлдәре һүнмәгән була, һөҙөмтәлә һарай яна. Ауыл башлығы Ильяс Юлдыбаев ошондай тарих бәйән итте. Былтыр силсәүиттә бер янғын да булмағайны ла ул, тип үкенес белдерҙе.

Үкенес белдереү, баш сайҡау, ҡайһы бер ерҙә орошоу булды ултырышта, комиссия рәйесе Ә. Ҡотлоәхмәтов йомғаҡлап ошоларҙы әйтте: бер кем дә бер минутҡа ла иғтибарын йомшартырға тейеш түгел, беҙҙең өҫтә кеше яҙмыштары. Урамда яңғылыш осраған кеше менән дә һөйләшергә ваҡыт табығыҙ, хәлдәрен һорашығыҙ, бер юлы янғын хаҡында ла әйтергә онотмағыҙ. Һәр йортҡа янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйғанда ла һәйбәт булыр ине, был ҡоролма шәп нәмә, киләсәктә, бәлки, шулай булыр ҙа. Ә әлегә беҙ – власть кешеләре – иҫкәртеүсе, һаҡлаусы һәм ҡурсалаусы ролен башҡарабыҙ.

Тиҙҙән Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы йәнә булыр, уныһында, ошо арала беҙҙә бер генә янғын осрағы ла булманы, тигән һүҙҙәр ишетһәк, ярар ине.


Айгөл ХАЛИҠОВА фотоһы

Читайте нас: