Все новости
Общие статьи
26 Января 2018, 16:05

АЛТЫН ЕМ АШАТЫРҒА КӘРӘК

Таймаҫ ауылында йәшәгән Мәрйәм инәй Абдуллинаның тауығы күкәй һалған.

Таймаҫ ауылында йәшәгән Мәрйәм инәй Абдуллинаның тауығы күкәй һалған.

Тауыҡ булғас һалыр инде тимәгеҙ, йомортҡалар ябай түгел, уның тышында ғәрәп хәрефтәре менән нимәлер яҙылған. Мәрйәм инәй был мөғжизәне көҙ баштарында уҡ тапҡан һарайынан, шунан бирле һаҡлай икән ике күкәйҙе, ашарға ҡул бармай. Бына әле шуларҙы тотоп силсәүиткә килгән - бирегеҙ “Юшатыр” гәзитенә, бәлки, берәй дин әһеле уҡый алыр яҙыуҙы, юғиһә, ауыл мәсетенә алып барғайным, береһе лә уҡый алманы. Инәй үҙе лә дини, намаҙҙа ултыра, тик мәсеткә хәҙер йөрөмәйем инде, хәл юҡ, ти. Беҙ йомортҡа хаҡында яҙма бирергә булдыҡ, йә тегендә, йә бында дингә ҡағылышлы мөғжизәләр булып тора, быныһы инәй өсөн генә түгел, беҙҙең адресҡа ла яҡшы хәбәр-сигнал булыуы бар. Яҡшыға юрайыҡ.

Мәрйәм инәйгә беҙ һаулыҡ теләп ҡалабыҙ, һеҙҙең дә ҡыҙыҡлы яңылыҡтарығыҙ булһа, яҙығыҙ, шылтыратығыҙ беҙгә.

Азат хәҙрәт ХӘЛИЛОВ, Рамаҙан мәсете имам-хатибы:

- Иҫ китмәле күренеш. Был йомортҡала Аллаһ тип яҙылған, артабанғы ере күренмәй, бәлки, тулыһынса уҡыһаң, Лә иләһә илләлаһ тип тә яҙылғандыр, улай булһа, был бөтөнләй ҙур сенсация. Бындай йомортҡаның донъяға яралыуы ғәфләт йоҡоһонда булғандарға ҙур ишара (кем намаҙ уҡымай, дин тотмай, шулар ғәфләт йоҡоһонда), барыһын да йоҡонан уянырға, дингә йәбешергә ҡуша. Был йомортҡаларҙы һалған тауыҡҡа алтын ем генә ашатырға кәрәк.
Читайте нас: