Все новости
Общие статьи
26 Января 2018, 16:34

БИРЕҮСЕНЕҢ ҠУЛЫ ЯРЛЫЛАНМАҪ

Яңыраҡ илдең киң үҙәк мәғлүмәт саралары Рәсәйҙә долларлы миллиардерҙар һанының 77-нән 96-ға етеүе хаҡында ғорурлыҡ менән хәбәр итте. Маҡтанырлыҡ та шул – үҫеш 25 процент! Бындай ҡапыл алға китеш донъяның бер илендә лә күҙәтелмәгән икән. Әйтерһең дә, ошо яңылыҡты халыҡҡа еткереүселәр үҙҙәре миллиардер булып киткән.

Яңыраҡ илдең киң үҙәк мәғлүмәт саралары Рәсәйҙә долларлы миллиардерҙар һанының 77-нән 96-ға етеүе хаҡында ғорурлыҡ менән хәбәр итте. Маҡтанырлыҡ та шул – үҫеш 25 процент! Бындай ҡапыл алға китеш донъяның бер илендә лә күҙәтелмәгән икән. Әйтерһең дә, ошо яңылыҡты халыҡҡа еткереүселәр үҙҙәре миллиардер булып киткән.

Ә бит, дѳрѳҫѳн әйткәндә, күп кеше беҙҙең илдә ҡалын кеҫәлеләрҙең «рәсәйсә» нисек байыуын бик яҡшы белә. Сит мәмләкәттәрҙә миллионер, миллиардерҙарҙың тиҫтәләгән йылдар буйы, шул иҫәптән ҙур күләмдәге мираҫты ла индереп, байлыҡ туплауын беләбеҙ. Ә Рәсәйҙә сирек быуат эсендә тѳрлѳ мутлашыу, урлашыу һѳҙѳмтәһендә ошондай байҙар барлыҡҡа килде. Хәбәрҙарбыҙ, сит илдәрҙә бындай шәхестәрҙең күбеһе үҙ байлығының бер ѳлѳшѳн ил халҡы менән бүлешә: шәфҡәтлелек фондтары булдыра, медицинаны артабан үҫтереүгә, яңы технологиялар булдырыуға ҙур суммала аҡса бүлә. Мәҫәлән, миллардер Билл Гейтс ҡатыны менән байлығының яртыһын шәфҡәтлелек күрһәтеү ѳсѳн файҙаланырға ҡарар иткән. Сит илдәрҙә ошо бик тә мѳһим ҡарарҙы күптәр күтәреп алған икән. Рәсәйҙә иһә шул сараға тик билдәле бай Владимир Потанин ғына ҡушылған. Ә башҡаларҙың тауышы ишетелмәй. Бәлки, улар яңынан самолеттар, яхталар һатып алыуҙы, диңгеҙ, океан ярҙарында ҡиммәтле коттеждар һалдырыуҙы яҡын күрәлер?

Яңыраҡ, Башҡортостанда ла миллиардерҙар күләме артты, тигән хәбәр булғайны. Тик уларҙың да үҙ байлығы менән ѳлѳшләтә булһа ла, халыҡ менән бүлешергә теләүе тураһында белдереүе әлегә ишетелмәй. Илдә бына 7 йыл дауамында байлыҡҡа һалым индереү хаҡында һүҙ алып барыла. Мәсьәлә «байлыҡтың» ниндәй күләмдә булыуына асыҡлыҡ индерә алмау арҡаһында әлегәсә хәл ителмәй. Рәсәйҙә халыҡтың 53 процент килеме ай һайын бер миллион һум арауығындағыларҙы, 36 проценты 1-3 млн. һум булғандарҙы, ә ундан бер ѳлѳшѳ 5 миллион һумдан башлап килемлеләрҙе байҙар иҫәбенә индерә. Ләкин, белеүебеҙсә, беҙҙең Ватанда кешеләр фекеренә бик ҡолаҡ һалып бармайҙар. Ә күпселеге ҡалын кеҫәле депутаттар булған Дәүләт Думаһы был проблеманы тиҙ арала хәл итер тигәнгә ышаныс аҙ. 2018 йылға ҡабул ителгән бюджетта дефицит 1,4 процент күләмендә билдәләнгән. Икенсе тѳрлѳ әйткәндә, бюджеттың сығым ѳлѳшѳ 2017 йыл менән сағыштырғанда 200 миллиард һумға кәмерәк буласағы күҙаллана. Тимәк, илдә социаль мәсьәләләрҙе бойомға ашырыуҙа ҡыйынлыҡтар ѳҫтәләсәк. Был хәл халыҡтың ҙур ѳлѳшѳнѳң ярлылана барыуы шарттарында буласаҡ. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә иҡтисад тармағында эшләүселәрҙең биштән бер ѳлѳшѳ фәҡирлектән сыға алмай. Быға айына уртаса 10-12 мең һум ғына пенсия алыусыларҙы, тѳрлѳ һалымдарҙың арта барыуын, льготаларҙың бѳтѳрѳлә барыуын да ѳҫтәһәң, хәлдең мѳшкѳл икәне күренә.

Тормоштоң әсе ысынбарлығы шарттарында хәллеләрҙең районда ла, ҡалала ла социаль мәсьәләләрҙе сисеүҙә, ярлыларға ярҙам итеүҙәге роле арта тѳшә. Эйе, беҙҙең тѳбәктә, минең белеүемсә, миллионерҙар юҡ, шикелле. Ауыл хужалығы тармағында үҙаллы эшләүселәр, аграр продукцияға хаҡтарҙың бик түбән булыуы һѳҙѳмтәһендә, әллә ни мандып китә алмай. Ләкин бағымсылыҡ менән шѳғѳлләнгәндәр, мохтаждарға ярҙам итеүселәр булыуы ҡыуандыра. Әйтәйек, район һәм Ермолаево ауыл биләмәһе күләмендә ошо изге эш менән эшҡыуарҙар Зиннур Исхаҡов, Азамат Яҡшыбаев, Альберт Күсәрбаев, Елена Зарубина, Сергей Никитин, Александр Дъяченколарҙың исем-шәрифен атап китергә булалыр. Һәр ауыл биләмәһендә лә улар бар. Ләкин миҙалдың икенсе яғы булғандай, урындарҙағы ауыл хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, уларҙа мѳмкинлектәре булып та һоралған ярҙамдан баш тартыусылар күп кенә икән. Шуға күрә лә, ошондай ҡатмарлы йәшәү шарттарында мѳмкинлектәре булғандар хәйриә сараларында ҡатнашһа ине. Халыҡта «Биреүсенең ҡулы ярлыланмаҫ» тигән мәҡәлдең барлығын онотмаһаҡ ине.

Айсыуаҡ ауылы

Читайте нас: