Все новости
Общие статьи
26 Января 2018, 16:12

ЮЛ БИЛДӘҺЕ ҠУЙЫЛДЫ

«Юшатыр» гәзите 2017 йылдың 1 декабрендә сыҡҡан 96-сы һанында Яңы Мораптал ауылының Үҙәк урамында, йәғни Өфө-Ырымбур трассаһында тиҙлекте сикләү буйынса тейешле юл билдәһе булмауы хаҡында минең һорауыма, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп, үҙенсә яуап эҙләп ҡарағайны.

Проблеманың ни тиклем мөһим икәнлеген бының өсөн яуаплы етәкселәр, хеҙмәткәрҙәр ваҡытында дөрөҫ төшөндө булһа кәрәк. Ниһайәт, ошо көндәрҙә ауылдың Үҙәк урамында тиҙлекте 40 км. тиклем сикләй торған юл билдәһе урынлаштырылды. Хәҙер авариялар, юл фажиғәләре булмаҫ, тип ышана морапталдар. Бының өсөн иң беренсе сиратта «Юшатыр» гәзите редакцияһына, был изге эш өсөн яуаплы һөнәр эйәләренә оло рәхмәттәремде еткерәм.
Читайте нас: