Все новости
Общие статьи
2 Февраля 2018, 14:49

БӘЛТӘ СИСМӘЙБЕҘ ӘЛЕ

Иҫләйһегеҙме, «Юшатыр» гәзитенең 2016 йылдың 13 октябрендә сыҡҡан һанында «Быйыл бәлтә кәрәкмәҫ» тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Унда Айсыуаҡ ауылы клубының йүнләп йылытылмауы, ныҡ һыуыҡ булыуы тураһында һүҙ бара ине. Бәлтәне кәрәкмәҫ тиһәк тә, кәрәк ул әле һаман да, сөнки ауыл клубына килеүселәр өшөүен дауам итә.

Иҫләйһегеҙме, «Юшатыр» гәзитенең 2016 йылдың 13 октябрендә сыҡҡан һанында «Быйыл бәлтә кәрәкмәҫ» тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Унда Айсыуаҡ ауылы клубының йүнләп йылытылмауы, ныҡ һыуыҡ булыуы тураһында һүҙ бара ине. Бәлтәне кәрәкмәҫ тиһәк тә, кәрәк ул әле һаман да, сөнки ауыл клубына килеүселәр өшөүен дауам итә.

Айсыуаҡ клубы мөдире Илдар Ниғмәтов: «Биш рәт торбаның иң аҫҡыһы ғына әҙерәк йылыта. Йылылыҡ 12-15 градус ҡына. Райондан белгестәр ҡарап, 300 мең һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ, тип киттеләр. Ҡасан йүнәтерҙәрҙер, белмәйем», - тигәйне беҙгә ул ваҡытта. Ә ул саҡтағы «Йәшлек» район мәҙәниәт йорто директоры Ирина Барановская: «3 йыл элек ремонт эшләгән саҡта шәхси йорттарға йылы күберәк бүленһен өсөн шулай итеп йылылыҡты кәметеп эшләп киткәндәр. Шәмбелә ремонт эштәре башлана. Тиҙҙән Айсыуаҡ клубында күп функциялы үҙәк (моделле китапхана, спорт залы) эшләй башлай, беҙгә йылы кәрәк буласаҡ», - тип аңлатҡайны хәлде.

Йылдан ашыу ғүмер үтте, теге һөйләгән күп функциялы үҙәге лә асылды айсыуаҡтарҙың, әммә йылытыу системаһы һаман да рәтләнмәгән. Был турала Илдар Ниғмәтовтан тағы ла белешеп ҡараныҡ. Ул: «Йылытыу системаһы һаман да шул килеш тора. Һыуыҡ. Әле минең бәләкәй генә кабинетта 12 градус ҡына йылылыҡ. Китапханасыбыҙ ҙа ошондай һыуыҡта эшләп ултыра. Декабрь урталарында инвалидтарға ҡулайлы мөхит булдырыу өсөн ремонт башланғайны. Уныһын да һаман аҙағына тиклем еткерә алмайҙар. Әлеге көндә ишектәр ҡуйылмаған. Шуға клуб эшләмәй. Мин һәм китапханасы ғына бында», - тине.

«Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы директоры Ирина Песецкаянан да белешеп ҡараныҡ. «Ике көн элек кенә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люциә Хәмитова менән барып ҡараныҡ. Ул клубҡа айырым ҡаҙанлыҡ ҡуйырға тәҡдим итә. Әле нисек, нимә эшләргә икәнен уйлайбыҙ, белгестәр менән кәңәшләшәбеҙ», - тине ул.

Ярай ауыл клубында һыуыҡ булыуына, бәлтәләрҙә ултырғанға өйрәнеп тә бөткәнбеҙ. Ә бына Күмертауҙың әле генә ремонт яһалған Күмерселәр мәҙәниәт һарайында ла концерт ҡарарға килгән тамашасы туңып ултырырға мәжбүр. Беҙгә күптән шылтыратып әйткәндәре бар ине: «Күмертауға концерт ҡарарға барһаң, туңып ҡайтаһың. Мәләүездә улай түгел, унда йылы, беҙ хәҙер концертты Мәләүезгә генә барып ҡарарбыҙ инде», - тип. Бының ысын икәнен үҙем дә беләм. Әле яңыраҡ ҡына Гөлназ Асаева килде концерт менән. Балалар ҙа уның йырын яратып тыңлағас, уларҙы ла алып барырға булдым. Барыр алдынан, концертта өҫкө кейем менән ултырмайҙар, тип мәҙәнилек тураһында хәбәр һөйләп алдым. Барһаҡ, бер кеше лә өҫкө кейемен һалырға йыйынмай. Гардероб эшләмәйме икән, тиһәк, эшләй. «Өшөрһөгөҙ, залда һыуыҡ, балалар өшөр», - тинеләр гардероб хеҙмәткәрҙәре. Шулай тигәс, оят булһа ла, курткалар менән инеп ултырырға тура килде тамашасылар залына. Әртистәр, йоҡаҡ ҡына күлдәктәрҙә нисек сығып йырлайҙыр инде?..

Ни өсөн һыуыҡ һуң? Был турала ҡала мәҙәниәт идаралығы директоры Светлана Тураеванан белештек. «Тамашасылар залына нилектәндер йылытыу системаһы ҡуйыу элек-электән күҙ уңында тотолмаған да, ҡуйылмаған да. Шуға күрә ҡышҡы һыуыҡтарҙа бында һыуығыраҡ була шул. Капиталь ремонт әле лә дауам итә, әммә бында ла йылытыу системаһын булдырыу ҡаралмаған», - тигән яуап ишеттек.

Әртистәр һәр концерттан һуң селфи эшләп интернетҡа һалып бара. Уларҙың фотоларын, видеоларын ҡараһаң, башҡа ҡалаларҙа тамашасы беҙҙәге кеүек бәлтә сисмәй ултырмай. Мәҙәниәт йорттарында куртка, бәлтә, тун кейеп ултырыу эстетик яҡтан да беҙҙе биҙәмәй ҙә һуң. Шулай ҙа, һаулыҡ иң тәүге сиратта тип, өшөгәс, ҡалайтаһың инде мәҙәнилекте бер аҙ ситкә ҡуйып торорға тура килә ҡайһы берҙә. Бәлки, берәй ҡасан, берәйһенең башына барып етеп, ҡаланың Күмерселәр мәҙәниәт һарайынын тамашасылар залының был етешһеҙлеген көйләп ҡуйырҙар. Бәлки... Ә әлегә был һыуыҡҡа гардеробта эшләүселәр генә ҡыуаналыр, моғайын.
Читайте нас: