Все новости
Общие статьи
2 Февраля 2018, 14:43

ҒӘМӘЛЛӘШТЕРЕРГӘ ГЕНӘ ҠАЛДЫ

Үткән аҙна аҙағында Күмертау ҡала башҡортттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының сираттағы ултырышы үтте. Киләсәккә эш планы ҡаралды.

Үткән аҙна аҙағында Күмертау ҡала башҡортттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының сираттағы ултырышы үтте. Киләсәккә эш планы ҡаралды.

Алдағы сараларҙың береһе – Ғаилә йылына бағышланған «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика конкурсында ҡатнашыу. Конкурс февралдә старт ала, ә 1 мартта – Башҡорт ғаиләһе көнөндә – Өфөлә уның һөҙөмтәләре билдәләнәсәк. Был конкурста беҙҙең ҡаланан Шәжәрә байрамы еңеүсеһе Халиҡовтар ғаиләһе ҡатнашасаҡ.

28 февралдә ҡаланың М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбендә милли мәғариф буйынса дүртенсе ата-әсәләр конференцияһы уҙғарыласаҡ. Конференция ғаилә, ата-әсәләр һәм балалар темаһына арналасаҡ. Конференцияны ижади, әҙәби, фольклор, ғаилә-тәрбиәүи кеүек майҙансыҡтар менән үткәрергә ҡарар иттек. Был сараға милли мәғариф һәм әҙәбиәт буйынса республиканың күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырыласаҡ. Апрелдә ҡалала II Исҡужин уҡыуҙары үткәреләсәк. Уға әҙерлек башланды ла инде. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнөндә Күмертауҙа үтәсәк башҡорт теле буйынса тоталь диктант акцияһынан да ситтә ҡалмаҫҡа булды. Был акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Апрелдә ҡала уҡыусылары, студенттар өсөн «Шаяниум — 2018» шаяндар һәм отҡорҙар конкурсы ойоштороласаҡ. Был сараларҙан тыш, ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары, ҡаланың әүҙем башҡорттары ирекмәндәре ойошмаһын төҙөйәсәк. Улар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрәтәсәк. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзалары шулай уҡ июндә үтәсәк ҡаланың юбилейына әҙерлек һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға, Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100-йыл тулыуға арналған саралар үткәреү тураһында фекер алышты.
Читайте нас: