Все новости
Общие статьи
2 Февраля 2018, 16:28

ТИКШЕРЕҮСЕЛӘР БЕҘҘӘ

30-31 ғинуарҙа Күмертауҙа граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙе тикшереү комиссияһы эшләне. 11 кешенән торған комиссияны БР хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы, полковник Риф Вәлиев етәкләй. Улар ҡалала йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү системаһының эшен, Рәсәй Федерацияһы хәрби көстәрендә хеҙмәт итеүҙе һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, шулай уҡ граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу эшен тикшерҙе.

Комиссия ағзалары мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларының хәрби-патриотик йүнәлештәге эштәре менән танышты. Медицина учреждениеларында диспансеризация үтеү, хеҙмәткә алыныусыларҙы тикшереү һәм дауалау мөмкинлектәрен баһаланылар. ДОСААФ автомәктәбендә лә булдылар.

Һөҙөмтәлә ҡала буйынса хәрби-патриотик тәрбиә эше «биш» билдәһе алды. Ә дөйөм тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Күмертауға «дүртле» билдәһе ҡуйылды.

Кисә ошо уҡ комиссия Көйөргәҙе районын тикшерергә килде. Район хакимиәтендә район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова сығыш яһаны.

- Әлеге көндә 85 Көйөргәҙе егете хәрби бурысын үтәй. 13 кеше контракт буйынса хеҙмәт итә. Районда 14-19 йәштәге 2343 йәш кеше йәшәй (район халҡының 10%-тын тәшкил итә). Шуларҙың 1731-е 14-26 йәшлектәр, йәғни «хәрби хеҙмәткә саҡырылыу» йәшендәгеләр, - тигән һандарға өҫтәп, ул районда башҡарылған хәрби-патриотик тәрбиә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәре исемдәрен мәңгеләштереү эштәре, ветерандар советы менән тығыҙ бәйләнеш хаҡында ентекле һөйләне. Хәрби-профессиональ училищеларға уҡырға кереүселәрҙең арта барыуын, һуңғы 3 йылда ғына уларҙың һаны 10-ға етеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Район хакимиәтенең спорт, физик культура һәм туризм буйынса комитет етәксеһе Василий Копылов физик культура һәм спорт үҫеше, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Дятлов хәрби хеҙмәткә әҙерләү, ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы Олег Астахов хеҙмәт итергә йыйыныусыларҙың сәләмәтлеге хаҡында отчет сығышы тотто.

Комиссия районда тағы бер көн эшләйәсәк әле. Шунан ғына һөҙөмтәләр, райондың хәрби-патриотик эшенә ниндәй баһа ҡуйылыуы билдәле буласаҡ.
Читайте нас: