Все новости
Общие статьи
2 Февраля 2018, 16:21

ҠУЛЛАНҒАНДАРҒА ФАЙҘАҺЫ ҘУР

Һеҙ www.gosuslugi.ru сайтында теркәлһәгеҙ, порталдың барлыҡ уңайлыҡтарынан, шул иҫәптән Рәсәй ЮХХДИ бүлектәренең дә ярҙамынан иркен файҙалана аласаҡһығыҙ.

Һеҙ www.gosuslugi.ru сайтында теркәлһәгеҙ, порталдың барлыҡ уңайлыҡтарынан, шул иҫәптән Рәсәй ЮХХДИ бүлектәренең дә ярҙамынан иркен файҙалана аласаҡһығыҙ.

Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы бүлеге тарафынан водителдәргә, автоһәүәҫкәрҙәргә түбәндәге ярҙамдар күрһәтелә: автомототранспорт средстволары, трамвай, троллейбустар менән идара итеүгә права алыу өсөн квалификациялы имтихандар ҡабул итеү ярҙамы күрһәтеү; водитель таныҡлығы һәм транспорт менән ваҡытлыса идара итеүгә рөхсәт биреү, юл хәрәкәте өлкәһендәге административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында мәғлүмәттәр биреү; автомототранспорт средстволарын һәм уларға тағылмаларҙы теркәү буйынса ярҙам күрһәтеү; граждандарҙы ҡабул итеү буйынса дәүләт функцияһы; граждандарҙың телдән йә яҙма мөрәжәғәттәрен ваҡытында һәм тулы күләмдә ҡарауҙы тәьмин итеү; улар буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул итеү һәм мөрәжәғәт итеүселәргә яуаптарҙы РФ законлылығы тарафынан билдәләнгән ваҡыт эсендә еткереү.

Портал аша дәүләт ярҙамынан ҡулланыусыларға байтаҡ ҡына ташламалар ҡаралған. Күреүебеҙсә, www.gosuslugi.ru сайтын дөрөҫ ҡулланһағыҙ, һеҙ ваҡытығыҙҙы аҙыраҡ сарыф итерһегеҙ һәм юғары сифатлы дәүләт ярҙамына эйә булырһығыҙ. Бигерәк тә район ауылдарында йәшәгән кешеләргә әйләнгән һайын район үҙәгенә юлланыу мәшәҡәттәре, юлға бушҡа аҡса әрәм-шәрәм итеү күпкә кәмейәсәк.
Читайте нас: