Гәзит сығып бөтөп барғанда ғына Күмертауҙың үҙәк баҙарында ит һатылмай, тигән хәбәр ишеттек. Быны белешер өсөн баҙарға барып та ҡайттыҡ.
Ысынлап та, ит павильоны буп-буш. Ишектә яҙыу тора (фотола). Эргәләге һатыусыларҙан, ҡасандан бирле ит һатылмай һуң, тип һорашҡайныҡ, 7 февралдән алып тинеләр. Үҙәк баҙарҙың администраторы Светлананан хәлде аңлатыуын һораныҡ. «Бына шаршамбынан алып келәймә һуғылған ит юҡ баҙарҙа. Сөнки яңы закондар буйынса, малды мал һуйыу цехында ғына һуйырға кәрәк. Ә халыҡ унда алып барырға теләмәй. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре лә эшһеҙ ултыра. Әйҙә уларҙан һорашып киләйек», - тине. Ундағылар ҙа: «Беҙ келәймә ҡуйырға әҙербеҙ. Йорт шарттарында һуйылған малға элек силсәүит һәм ветврачтар справка бирә ине. Хәҙер улар бирмәй. Ә беҙ справкаһыҙ итте ҡабул итә алмайбыҙ», - тип хәлде аңлатты.
4-се Ивановка ауылында хужалыҡ тотҡан, эшҡыуар Александр Никульшин да телефон аша: «Ауыл халҡы малын мал һуйыу цехына алып барырға теләмәй. Прокуратураға ла яҙҙыҡ, ҡала хакимиәтенә лә барҙыҡ. Беҙҙе тыңланылар, әммә бер нимә лә әйтмәнеләр. 9 февралдә ҡала хакимиәтендә был мәсьәлә буйынса эшҡыуарҙарҙы йыйып һөйләшәсәктәр», - тине.
Покровкалағы цехҡа алып барып бер баш малды һуйыу өсөн яҡынса 2 меңдән ашыу һум аҡса кәрәк. Юл хаҡы өсөн дә түләр кәрәк. Бына шуға күрә мал хужалары әлегә иттәрен справкаһыҙ-ниһеҙ таныш-тоноштарына һатырға тырыша. Яҡшымбәт яҡтарына Ырымбур өлкәһенән ҡаҙаҡтар килеп ала, ти иттәрен. Шулай итеп, Күмертау итһеҙ ҡалды (яңы закон шулай ас итте). Артабан нимә булырын беҙ яҙып барырбыҙ.