Быйылдан һатыуға китәсәк ит тик мал һуйыу цехтарында ғына һуйылырға тейешлеге, был йәһәттән эштәрҙең нисек барыуы хаҡында «Юшатыр» гәзите әйләнгән һайын яҙып тора.
Был йәһәттән күмертауҙарҙың яңы проблемаһы, йәғни баш ауыртыуы барлыҡҡа килде: ҡаланың шәхси хужалыҡтарында үҫтерелгән сусҡаларҙы Покровка ауылында яңы йыл алдынан ғына асылған «Аҡтау» крәҫтиән хужалығы кооперативы ҡабул итмәй булып сыҡты. «Беҙҙә сусҡа малын һуйыу ҡаралмаған, шулай булғас, ярамай», – тип яуап бирә уның етәкселеге. Ә бына һыйыр малын ҡабул итәләр. Сусҡаларҙы Мәләүездә һуялар ҙа ул, шунда алып барыр инең – йыраҡ.
Күмертауҙар ауыл хужалығы өлкәһендәге был үҙгәрешкә әҙер булмай сыҡты: ошо көндә ҡалала бер генә мал һуйыу цехы ла юҡ. Ул турала ныҡлап уйланмаған булғандар, күрәһең. Бер эшҡыуар, мал һуйыу цехы асам, тип әҙерлек эштәре алып барған барыуын, тик ҡапыл ғына мәрхүм булып ҡуйған. Әлегә был эшкә тотонорға теләүселәр юҡ. Сусҡаларын һуя алмағас, шәхси хужалыҡтарҙан ҡала прокуратураһына ялыуҙар килә башлаған.
Күмертау ҡала Хакимиәте башлығы Борис Беляев ветеринария станцияһы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре алдына: «Был мәсьәләгә бөгөндән тотонорға һәм хәл итергә кәрәк. Магазиндарҙа үҙебеҙҙең ит булмаһа, һә тигәнсе ситтәр баҫып аласаҡ, һәм һуңынан бер нисек тә уларҙан ҡотола алмаясаҡбыҙ. Был – бер. Икенсенән, беҙ үҙебеҙҙекләрҙең был өлкәләге ихтыяждарын һис шикһеҙ үтәргә бурыслыбыҙ», - тине.
Ни өсөн «Аҡтау»ҙағы мал һуйыу цехында сусҡаларҙы һуйырға ярамай һуң? Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап беҙ «Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге» директоры Рәүеф Намаҙғоловҡа мөрәжәғәт иттек.
– Ветеринария талаптары буйынса һыйыр малын һуйыу өсөн асылған цехта сусҡаларҙы һуйырға ярамай, сөнки уның үҙ технологияһы бар, тейешле санитария ҡағиҙәләренә, шарттарына тулыһынса яуап бирергә тейеш. Бының өсөн айырым бина төҙөү талап ителә. Бәлки, киләсәктә эшҡыуарҙарыбыҙ араһынан был эшкә тотонорға теләүселәр табылыр. Әлегә мәсьәлә асыҡ килеш ҡала», – тине ул.
Бер уйлаһаң, хәҙер район хужалыҡтарында сусҡа фермалары юҡ. Шәхси хужалыҡтарҙың да күбеһендә уны аҫырамайҙар. Районыбыҙ ауылдарында төп өҫтөнлөк һыйыр малына бирелә. Хатта кәзә, һарыҡ кеүек ваҡ малдарҙың һаны күҙгә күренеп кәмей. Шәхси хужалығында сусҡа аҫыраусылар бар икән, уны һуйҙыртып һатыу өсөн әлегә бер генә юл ҡала – Мәләүезгә алып барырға. Шунан да яҡшыһы юҡ.