Все новости
Общие статьи
16 Февраля 2018, 13:24

ҠАЙҘА КҮПМЕ ТАРАЛҒАН?

СПИД-ты профилактикалау һәм уға ҡаршы көрәш буйынса Республика үҙәге хеҙмәткәрҙәре 2017 йылда Башҡортостанда ВИЧ инфекция ауырыуын күпме кеше йоҡтороуы тураһында хәбәр итте. Түбәндәге бирелгән һандарҙы сағыштырып ҡарағыҙ, ғибрәт алығыҙ. Беребеҙгә лә бындай трагик хәлгә ҡалырға яҙмаһын.

Бер йыл эсендә әлеге ҡурҡыныс сирҙе бөтәһе 2736 кеше йоҡторған, шуларҙың араһында 14 йәштән 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең дә булыуы айырыуса үкенесле. Ауырыусылар араһында ирҙәр – 1713, ҡатын-ҡыҙҙар 1023 кеше. ВИЧ-инфекция йоҡтороусылар һаны, асыҡланған мәғлүмәттәр буйынса, 2016 йылға сағыштырғанда 60 кешегә әҙерәк. Быныһы бер аҙ ҡыуандыра.

Республиканың 12 ҡалаһы һәм районындағы ауырыу йоҡтороусылар һаны республика күрһәткестәренән юғары (100 000 кешегә 67,3): Белорет районында (100 000 кешегә 100,8), Күмертау ҡалаһында (98,8), Салауат ҡалаһында (98,6), Стәрлетамаҡ районында (82,8), Стәрлетамаҡ ҡалаһында (81,7), Благовещенда (79,0), Иглин районында (75,7), Мәләүез районында (72,6), Күгәрсен районында (69,8), Көйөргәҙе районында (68,5), Ишембай районында (68,1), Бәләбәй районында (67,7).

ВИЧ-инфекция менән иң аҙ зарарланыусылар Ауырғазы, Шаран (биш осраҡ теркәлгән), Бөрйән, Стәрлебаш (дүрт осраҡ теркәлгән), Балтас һәм Бүздәк райондарында (берәр осраҡ теркәлгән).

Барыбыҙ ҙа имен-аман булайыҡ, бер-беребеҙҙе заман афәтенән һаҡлайыҡ.
Читайте нас: