Все новости
Общие статьи
16 Февраля 2018, 13:18

БАШҠОРТ АЛЕН ДЕЛОНЫ

Был тормошта мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай, Фрейд бабай ҙа, кешене енси хис бар ергә лә йүнәлтә, тигән.

Был тормошта мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай, Фрейд бабай ҙа, кешене енси хис бар ергә лә йүнәлтә, тигән. Ҡатын-ҡыҙ инде бигерәк хисле зат, яратам, һинең өсөн үләм, тигән һүҙҙе ишеттеме, бөттө, ирей ҙә төшә. Сибәрҙәрҙең ошо йомшаҡ яғын белгән ир-ат бик оҫта файҙалана тегеләр менән. Етмәһә, төҫкә лә нишауа, теле лә беләк буйы булһа, Ален Делоның ситтә торһон.

Ошондай бер Учалы районы Делоны интернетта ҡыҙ-ҡырҡын менән танышып ултыра, наҙға һыуһағандар ил тулы, иргә хөрриәт, теләгәнеңде һайлап ал, тигәндәй. Бының ҡармағына байтаҡ ҡына сабаҡ ҡаба, йомартыраҡ, дәртлерәк һәм түҙемһеҙерәктәре өйөнә лә саҡыра. Ир юҡ, черт юҡ, аулаҡта иркенләп ултырһындар әле бер. Беҙҙең Ален Делоныбыҙ Өфө, Салауат, Күмертау ҡалаларында ҡунаҡта булып өлгөрә. Тик барыу маҡсаты мөхәббәт ләззәте татыу ғына түгел, һөйөү килә лә китә, матди яҡты уйларға кәрәк тип, сарсап һыуға ынтылғандай быға ынтылған ҡатындарҙың алтын-көмөш әйберҙәрен, телефондарын сәлдерә. Тәнде, йәнде генә түгел, кеҫәне лә ҡайғыртҡан 40 йәшлек альфонс тотолған. Хәҙер теге бахыр ҡатынҡайҙар: «Мөхәббәт өсөн түләргә кәрәк», - тигән әйтем менән ныҡлап таныш.

Полицияға ғариза яҙмаған, ирҙән таланып та әҙәмдән оялып өндәшмәй ҡалған яңғыҙ (бәлки, яңғыҙ ҙа түгелдер) гүзәл заттар ысынында нисәү икән?
Читайте нас: