Шишәмбелә район Советы депутаттарының 2017 йыл йомғаҡтарына арналған сираттағы ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы финанстар министры урынбаҫары Наталья Владимировна Калугина, БР Башлығы идаралығының территориялар һәм кадрҙар сәйәсәте менән эшләү буйынса бүлек советнигы Альберт Фидаил улы Маликов ҡатнашты.
Тәүге һүҙ район Советы рәйесе Леонид Петрович Богатыревҡа бирелде. Ул, 2017 йылға йомғаҡ яһап, район Советының һәм депутаттарҙың башҡарған эштәренә анализ яһаны. Улар алдына яңы бурыстар билдәләне.
– Муниципаль район Советының барлыҡ эшмәкәрлеге районда социаль тотороҡлолоҡ һәм иҡтисади үҫеш өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелде, – тине Леонид Петрович. – Йыл барышында Совет тарафынан 12 ултырыш үткәрелеп, уларҙа 88 һорау ҡаралды. Шуларҙан 25 һорау Совет Рәйесе, 55-е район Хакимиәте башлығы тарафынан көн тәртибенә ҡуйылды. Совет эшмәкәрлегенең үҙәгендә район бюджеты тураһындағы мәсьәлә төп урындарҙың береһен биләй. Ул 12 тапҡыр ҡарауға сығарылды. Совет эшенең төп йүнәлештәренең береһе – элек ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен күҙәтеүҙә тотоу. 2017 йылғы Совет ултырыштарында күҙәтеү вәкәләтлелеген тормошҡа ашырыу маҡсатында район Хакимиәте башлығының, Хакимиәттең эштәр идарасыһының, структура бүлектәре һәм территориаль хеҙмәттәр етәкселәренең сығыштары тыңланды.
Совет ултырыштары асыҡ режимда үткәрелде, үткәреү урыны, ваҡыты хаҡында матбуғатта алдан хәбәр ителде.
2017 йылда Совет Президиумының 16 ултырышы үткәрелде, уларҙа 104 һорау ҡаралды. «Көйөргәҙе районының почетлы гражданы» исемен биреү тураһындағы положениеға ярашлы яҡташтарыбыҙ Рәжәп Рамаҙан улы Юлбарисовҡа, Егор Данилович Каменевҡа һәм Камил Рәүеф улы Игбаевҡа шул маҡтаулы исемдәр бирелде. 1 кеше Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенең һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте менән бүләкләнеүгә тәҡдим ителде.
Дүртенсе саҡырылыш Советында 3 даими комиссия, шулай уҡ Совет Регламентын, статусты һәм этиканы үтәү буйынса комиссия эшләне.
Депутаттар йәмәғәтселек эштәре менән әүҙем шөғөлләнә, үҙ һайлау округтарында даими эш алып бара, һайлаусыларҙы ҡабул итә, уларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләй, наказдарҙын үтәй.
2017 йылда байтаҡ эштәр башҡарылды, район Советы үҙ вәкәләттәрен тулыһынса файҙалана алды һәм һөҙөмтәле эшләне, – тип сығышын тамамланы Л.П. Богатырев.
Һүҙ артабан Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовҡа бирелде. Ул райондың былтырғы социаль-иҡтисади хәл-торошона ентекле күҙәтеү яһаны.
– 2017 йылда район иҡтисады күп тармаҡтарҙа уртаса кимәлдә үҫешкән. Ҙур, уртаса предприятиеларҙың аҡса әйләнеше 1,2 миллиард һум тәшкил иткән, был 2016 йылға ҡарата 109,5 % процент тәшкил итә. Былтыр райондың ҙур һәм урта предприятиелары 791 млн. һумлыҡ тауар етештергән, эштәр башҡарған һәм хеҙмәттәр күрһәткән. Был 2016 йылға ҡарата 106, 8 % процент тәшкил итә. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереү индексы 220 %-ҡа еткән.
Ҙур һәм урта предприятиелар былтыр табышлы эшләгән, уларҙың финанс һөҙөмтәләре 32,4 млн.һумлыҡ.
Әхәт Йәүҙәт улы докладында:
– Инвестиция сәйәсәте район иҡтисадының айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә, – тине. – Тик 2017 йылда инвестициялар күләме 2016 йыл менән сағыштырғанда 89 %-ҡа түбәнәйгән һәм 409 млн. һум тәшкил иткән. Инвестициялар күләменең шулай күпкә кәмеүе 2016 йылда уҡ Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау идаралығында, «Авелар Солар Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм «Искра» ауыл хужалығы кооперативында ҙур инвестиция проекттарының тамамланыуы менән аңлатыла.
Бөтә етәкселәрҙең, уларҙың милке ниндәй генә формала булыуға ҡарамаҫтан, етештереү күрһәткестәрен кәметмәү өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләүҙе, шулай уҡ инвестиция проекттарын ғәмәлләштереүҙе тәьмин итеүҙе талап итәм, – тине район Хакимимәте башлығы.
– Район предприятиеларында уртаса эш хаҡы 30 мең 944 һум тәшкил итте. Үткән йылға ҡарағанда ул 11,6 %-ҡа артҡан. Шулай ҙа ҡайһы бер предприятиеларҙа эш хаҡы минималь кимәлгә лә етмәй.
Район иҡтисадының төп нигеҙе – ауыл хужалығы. Дөйөм ауыл хужалығы продукцияһы етештереү 3 млрд. һум тәшкил иткән. Банкротлыҡҡа эләккән «Башҡорт лимузины»нан башҡа ауыл хужалығы кооперативтарының барыһы ла йылды табышлы тамамланы.
Районда 419 эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Улар 1,7 миллиард һумлыҡ продукция етештерҙе.
2017 йылға район бюджеты доходтар буйынса 605,5 млн. һумға, йәғни 101,8 %-ҡа үтәлде. Муниципаль милекте файҙаланыуҙан бюджетҡа 8,5 млн. һум аҡса инде.
12 ауыл биләмәһендәге урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһын ғәмәлләштереү өсөн 9,6 млн. һум аҡса үҙләштерелгән, шул иҫәптән 6,3 млн. һумы республика бюджетынан.
2017 йылда штаттағы 299 кеше аутосорсингҡа күсерелгән. Муниципаль учреждениелар 4 аутосорсинг компанияһын хеҙмәтләндерә.
2017 йылда төҙөлөш предприятиелары тарафынан районда, унан ситтә 96 млн. һумлыҡ эш башҡарылған. Индвидуаль төҙөүселәр тырышшлығы менән 9 мең кв. метр торлаҡ төҙөлөп, файҙаланыуға индерелгән, был 2016 йыл менән сағыштырғанда 101,7 %-ҡа күберәк.
Торлаҡ-коммуналь хужалығының барлыҡ объекттары ла ҡышҡы миҙгелгә әҙер булды һәм тейешле режимда эшләнеләр. Был өлкәлә эшләүселәргә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү сифатын артабан камиллаштырыу һәм түләүҙәрҙе ваҡытында, тейешенсә йыйыу бурысы тора.
Йыл әйләнәһенә ауылдарҙа төҙөкләндереү эштәре алып барылды, барлығы 3418 ағас ултыртылды, юл буйҙарындағы 1000 кв.м урман һыҙаттары таҙартылды, 5 шишмә таҙартылды, 15 ҡырмыҫҡа иләүе кәртәләнеп ҡамалды.
Был йылда район мәктәптәрендә 2 мең 381 уҡыусы белем алды, был 2016 йылға ҡарағанда 84 уҡыусыға кәм. Мәктәптәрҙәге уртаса эш хаҡы – 26759 һум, балалар баҡсаларында – 23233 һум, өҫтәмә белем биреүҙә 25263 һум тәшкил итте.
2017 йылда 111 сығарылыш уҡыусыһы урта дөйөм белем тураһында ҡулына аттестат алды, уларҙың 21-е мәктәпте миҙалға тамамланы. Сығарылыш уҡыусыларының 61,3%-ы юғары уҡыу йорттарының бюджет бүлегенә уҡырға инде, был 2016 йылға ҡарағанда 8,8%-ҡа юғарыраҡ.
Беҙ физик культура һәм спортты үҫтереүгә 13 млн. һум аҡса тотондоҡ. Район Хакимиәте тарафынан спортсыларға 18 урынлыҡ автобус һатып алынды. Райондың йыйылма командаһы был йылда ла хоккей, футбол, волейбол, гер спорты буйынса республика ярыштарында уңышлы сығыш яһаны. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн районда бөтә шарттар ҙа булдырылған, тик теләк кенә кәрәк.
Былтыр мәҙәни өлкәне үҫтереү өсөн 51 млн. һум тотонолған. Һайлаусыларҙың наказы буйынса РФ Думаһы депутаттары З.З. Байғусҡаров тарафынан Яҡшымбәт мәҙәниәт йортона 180 мең һумлыҡ кейемдәр һатып алынды, А.А. Ющенко тарафынан Абдул клубын ремонтлауға 240 мең һум бүленде, урындағы бюджеттан 60 мең һум күсерелде. 2017 йылда районыбыҙ һәүәҫкәр артистарының зона, республика, төбәк-ара смотр, конкурс, фестивалдәрҙә призлы урындар яулауы ҡыуандыра.
Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күп эштәр башҡарылды. Ермолаево дауаханаһында теркәү һәм көтөү зонаһы заманса үҙгәретеп ҡоролдо, Абдул, Санйын, Мораптал, Яҡшымбәт, Бахмут, Бөгөлсән, Илкәнәй, Айсыуаҡ, Ҡансыра, Бәләкәй Муса, Молокан, Түбәнге Бабалар, Таймаҫ, Яңы Таймаҫ, Керәүле-Илюшкино, Шәбағыш, Ялсыҡай ФАП-тарында барлығы 970 млн. һумға өлөшләтә ремонт үткәрелде.
Квалификациялы белгестәрҙе участка дауаханаларына, ФАП-тарға йәлеп итеү маҡсатында эш алып барыла, «Ауыл табибы» программаһы буйынса былтыр 1 табип-терапевт, «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса Айсыуаҡ ФАП-ына беренсе фельдшер килде.
Райондағы демографик хәл ҡатмарлы килеш ҡала. 2017 йылда районда 259 сабый донъяға тыуған, шунан сығып тыуым коэффициенты 11,2 тәшкил итте. Үлем кимәле тыуым кимәленән 1,3 тапҡырға күберәк. 2017 йылда районда халыҡтың тәбиғи кәмеүе 83 кеше тәшкил иткән. Был 1 мең кешегә 3,5 кеше тигән һүҙ.
Шул уҡ ваҡытта райондың төп халҡы һаны кәмеүен дауам итә, 2018 йылдың 1 ғинуарына ул 22 мең 948 кеше тәшкил итте, был 2016 йылға ҡарағанда 1,8 %-ҡа кәмерәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ әлегә демографик көрсөктән сыға алмайбыҙ, сөнки был үлемдең тыуымдан күберәк булыуы менән генә түгел, ә район халҡының тәбиғи кәмеүе менән дә аңлатыла. Күп йәштәр ҡалаларға китә, шундай күренеш бар, һәм быны танымай булмай.
Һүҙемдең аҙағында былтырғы емешле хеҙмәттәре өсөн барлыҡ коллегаларыма, райондаштарыма рәхмәт әйтәм. 2018 йылда ла БР Башлығы, РФ Президенты Мөрәжәғәтнамәләрендә алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы бергәләп уңышлы үтәп сығырбыҙ, тип ышанам, – тигән теләк менән һүҙен тамамланы Хакимиәт башлығы.
РФ Эске Эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлек начальнигы Ирек Рефмир улы Садиҡов шулай уҡ район депутаттары алдында йыллыҡ отчет менән сығыш яһаны.
– 2017 йылда районда теркәлгән енәйәттәр һаны 20,6 %-ҡа кәмене. Шулай ҙа енәйәти өлкәлә кеше үлтереүҙәр 200 %-ҡа артты. Талауҙар буйынса ла ҡалышмайбыҙ: 300 % тәшкил итә. Районда иҡтисади йүнәлештәге енәйәт ҡылыуҙар 50%-ҡа күбәйгән. Ришүәт биргәндә тотолоу факттары ла 50%-ҡа артты. Йәмәғәтселек урындарында енәйәтселектең үҫеше 10,2 % тәшкил итә.
Район биләмәһендә террористик акттарға, экстремизмға, йәмәғәтселек тәртибен күмәк кешеләр тарафынан боҙоу һәм хулиганлыҡ күренештәренә юл ҡуйылманы.
Шулай ҙа йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең бүлектең эш һөҙөмтәләре күршеләрҙеке менән сағыштырғанда яҡшыраҡ. Ләкин бының менән генә тынысланырға теләмәйбеҙ. Эште дауам итәбеҙ, булған етешһеҙлектәргә күҙ йоммайбыҙ. Бигерәк тә, өҫтөнлөклө йүнәлешле милли проекттарҙы ғәмәлләштереүгә бүленгән бюджет средстволарын тотоноуға бәйле проблемалар бар. Улар иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Шулай уҡ коррупцияға ҡаршы көрәш тейешенсә һөҙөмтәле түгел.
Тейешле саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, районда криминаль хәл ҡатмарлы килеш ҡала. Шулай ҙа райондың барлыҡ органдары һәм структуралары менән берлектә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау, йәмәғәтселек тәртибен һәм хәүефһеҙлеген һаҡлау, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса эштәрҙе тейешле кимәлдә алып барырбыҙ, тип ышанам, – тине полиция начальнигы.
Шулай уҡ Өфө ҡунағы Н.В. Калугинаның, район Советы секретары Ә.Ә. Исламғоловтың сығыштары тыңланды.
Көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләрҙе ҡарап, отчеттарҙы тыңлағандан һуң, Көйөргәҙе районы муниципаль район Советының 2017 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында тейешле ҡарар ҡабул ителде.