Все новости
Общие статьи
20 Февраля 2018, 12:59

ҠАЛАҒА 65 ЙӘШ ТУЛДЫ

16 февралдә Күмертау ҡалаһы 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, 1947 йылда беҙҙең ҡала урынында Бабай тигән ҡасаба барлыҡҡа килә. 1953 йылдың 16 февралендә РСФСР Юғары Советы Президиумы ҡарары менән ҡасабаға ҡала статусы бирелә.

Байрам тантаналары йола буйынса июнь айында үткәрелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 16 февраль көнөндә ҡаланың барлыҡ учреждениеларында байрам саралары гөрләп торҙо. Күмертау тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында был дата уңайынан тулы бер цикл әҙерләнде. Көнөнә бер нисә тапҡыр мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре бында килеп ҡала тарихы менән яҡындан танышты. Конференцияла, эҙләнеү эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты балалар. 200-ҙән ашыу кеше килде музейға был көндө.

Ҡаланың 12-се һанлы мәктәбендә лә ҡаланың тыуған көнө төрлө ҡыҙыҡлы сараларға бай булды. Уҡыусылар ҡала тарихын өйрәнеп, сығыштар яһаны. Мәктәп үҙе яулап алған 100 мең һум аҡсаға тир һатып алған. Байрам көнө бында винтовканан атыу буйынса ярыш ҡыҙыу барҙы, еңеүселәр билдәләнде.

Фото ҡала хакимиәте сайтынан алынды

Читайте нас: