Все новости
Общие статьи
20 Февраля 2018, 12:19

ХОҠУҒЫБЫҘҘАН ФАЙҘАЛАНА БЕЛӘЙЕК

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡала һәм район үҙәктәрендә башҡорт балалар баҡсалары, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре булдырыу бурысын ҡуя.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡала һәм район үҙәктәрендә башҡорт балалар баҡсалары, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре булдырыу бурысын ҡуя.

Мөхтәрәм ҡәрҙәштәр, был эшкә һеҙҙең дә ҡушылыуығыҙҙы көтәбеҙ. Сөнки бөгөн барыһы ла ата-әсәләрҙең теләгенә бәйле. Сабыйҙарыбыҙҙың туған мөхиттә, башҡорт телендә тәрбиә алыуын бары һеҙ генә талап итә алаһығыҙ. Бының иң ябай юлы – балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыуҙы һорап ғариза яҙыу! Рәсәй Федерацияһында «Мәғариф тураһында»ғы федераль законға ярашлы, балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыу өсөн ауыл ерендә – 20, ә ҡала ерендә 25 ғариза йыйырға кәрәк.

Иң ғәзиз, һөйөклө кешебеҙҙе – сабыйыбыҙҙы балалар баҡсаһына тапшырабыҙ икән, уның өсөн баҡсала туған мөхит булдырыуҙы ла һорайыҡ. Сөнки быға хаҡыбыҙ һәм тулы хоҡуғыбыҙ бар!

Рухлы милләттәштәребеҙҙе ҡеүәтләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләк тә әҙерләне – ғаризалар йыйып, беҙҙең ярҙам менән башҡорт төркөмөн астырыуға өлгәшкән кешегә Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә дауаланыуға 25 мең һумлыҡ сертификат!

Акцияға 1 апрелдә йомғаҡ яһаласаҡ.

Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)246-32-47, 8(34761)4-20-08.
Читайте нас: