Все новости
Общие статьи
22 Февраля 2018, 12:43

ИНТЕРНЕТ ФАЙҘАЛЫМЫ?

Файҙалы, тик кәрәген генә белһәң. Әйтәйек, реклама, алыш-биреш, берәй кешене эҙләһәң, тиҙ үк табып була. Уны мин ер ҡаҙый торған көрәккә тиңләр инем, сөнки көрәккә әлегә алыштырырлыҡ нәмә юҡ. Интернеттың ыңғай яғынан кире яғы ла күберәк.

Файҙалы, тик кәрәген генә белһәң. Әйтәйек, реклама, алыш-биреш, берәй кешене эҙләһәң, тиҙ үк табып була. Уны мин ер ҡаҙый торған көрәккә тиңләр инем, сөнки көрәккә әлегә алыштырырлыҡ нәмә юҡ. Интернеттың ыңғай яғынан кире яғы ла күберәк.

Беҙ мәктәптә уҡығанда уҡытыусыларҙы Алла урынына күрә инек. Ул һөнәр эйәләре һәр ауылда ла оло абруй ҡаҙанды, барлыҡ халыҡ мөғәллимә менән мөғәллимдәрҙе ихтирам, хөрмәт итте, уларға хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы ла һуҙҙы. Хәҙер нимәгә шаһитбыҙ: уҡытыусыларҙы бысаҡ менән һуялар, балта менән сабалар, мылтыҡ менән аталар, хатта бергә уҡыған иптәштәрен дә йәлләп тормайҙар. Быға миҫал итеп Америка Ҡушма Штаттарының Флорида штатында яңыраҡ булған трагик хәлде килтерергә мөмкин: бер уҡыусы 17 кешенең ғүмерен ҡыя, әллә нисәһен яралай.

Интернеттағы ҡотортоуҙар арҡаһында, юғары көсөргәнешле электр бағанаһына менеп, үҙҙәрен фотоға төшөрәләр, тәгәрәп төшөп имгәнәләр, урам аша геүләп үтеп торған машиналарҙы арҡылы сығалар, машина артына арҡан бәйләп саңғы йә сана менән йөрөйҙәр. 8-се ҡаттан 15-16 йәшлек егет менән ҡыҙ һикереп бергә үләләр. Ҡыҫҡаһы, был интернет йәш быуындың ҡулына атом бомбаһы тотторған кеүек. Хәҙер йәш кешеләр күбеһе китап, журнал, гәзит бик уҡып бармай.

Ә бит ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм йәмәғәтселек күҙәтеүе аҫтында интернетты йәш быуынды тәрбиәләүҙә бик урынлы һәм сифатлы итеп ҡулланып була. Мәҫәлән, ВКонтакте социаль селтәрендә тыуған ауылдары, районы тураһында төркөмдәр асып ниңә ҡыҙыҡлы, уҡымлы, тарихи, фәһемле материалдар урынлаштырмаҫҡа? Был йәһәттән миңә Яҡшымбәт ауылы йәштәре асҡан төркөм оҡшай. Улар ауылдаштарын тыуған көндәре, юбилейҙары менән ҡотлап барырға ла онотмай. Ауылдарына ҡағылышлы һәр бер яңылыҡты, гәзит, журналдарҙа донъя күргән материалдарҙы ҡуйып баралар. Һәйбәт өлгө бар, тимәксемен. Уҡыусыларҙы «Башҡорт Википедияһы»на районыбыҙ тураһында мәҡәләләр яҙып урынлаштырырға өйрәтһәк, тағы ла изгерәк эш булыр ине. Ҡыҫҡаһы, интернеттың ыңғай яҡтарын йәш быуынға өйрәтәм тиһәң, эш төрҙәре, эш алымдары бихисап. Был йәһәттән беҙгә хәҙер үк ҡуҙғалырға кәрәк. Юғиһә, ҡулынан интернетлы телефонын төшөрмәгән бер нисә маңҡорт, зомби быуын үҫеп етте ниһә, һуң булыуы бар.
Читайте нас: