Ауыл йыйылышында йомағужалар ауыл зыяратын кәртәләргә тигән уртаҡ фекергә килде. Был эште атҡарып сығарыр өсөн биш кешенән торған инициатив төркөм дә һайланды. Изге ерҙе кәртәләү өсөн барлығы 300 мең һум аҡса кәрәгәсәк. Уларҙың 45 меңен ауыл халҡынан йыйырға, 45 меңе ауыл советы хакимиәтенән булһа, тағы 45 меңде спонсорҙар биреп, ҡалған 165 мең һумды дәүләт бирәсәк. Йомағужалар был программаға үтерҙәренә ышаналар, спонсор ярҙамы күрһәтеүсене лә тапҡандар.