18 мартҡа ҡәҙәр көндәр бик аҙ ҡалып бара, шуға бар йәһәттән дә итәктәрҙе йыйырға, килешмәгән ерҙәрен килештереп ҡуйырға кәрәк. Кисә район хакимиәтендә сираттағы террорға ҡаршы комиссия ултырышы булды.
Сығыш яһаусылар - С. Савин - хакимиәттең мобилизация, граждандар оборонаһы секторы мөдире, Күмертау район-ара янғын һүндереү часы начальнигы Н. Иванов, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең урындағы бүлеге, прокуратура вәкилдәре сығыш яһаны. Маҡсат бер: нисек тә һайлауҙы матур итеп үткәреп ебәреү. Янғын буйынса барыһын да йәнә бер ҡат энәһенән ебенә тиклем тикшереп сығыу, ауылға килгән ят, шикле әҙәмдәргә бигерәк тә иғтибарлы булыу хаҡында, берәй алйото, шартлатҡыс һалынған, тип йәки тағы ла берәй нәмә уйлап сығарып шылтыратһа, нимә эшләргә - барыһы ла тәфсирләп аңлатылды. Тәртип һаҡлау йәһәтенән полиция ла, ауылдағы дружинниктар ҙа сос эшләйәсәктәр, тинеләр.
Ултырышты алып барыусы район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов сараны халыҡ һүҙе менән бөтөрҙө: һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай, һаҡланайыҡ, иптәштәр.