Все новости
Общие статьи
12 Марта 2018, 13:55

БЕҘГӘ СЕНАТОР КИЛДЕ

7 мартта, шаршамбы көндө, районға РФ Федерация Советы сенаторы Рафаил Зиннуров килде. Ул башлыҡ бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.

7 мартта, шаршамбы көндө, районға РФ Федерация Советы сенаторы Рафаил Зиннуров килде. Ул башлыҡ бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.

Һорау-үтенестәр менән килеүселәрҙән Тимербай ауылы фельдшеры Мәғфиә Рамаҙанова, Зәк-Ишмәт клубы мөдире Гөлсара Рәшитова, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Ирина Ибраһимовалар булды. Тимербайҙарҙы ауылдарында интернет булмауы, шулай уҡ кеҫә телефоны тотмауы борсой. М. Рамаҙанова фельдшер ғына түгел, ауыл депутаты ла, шуға күрә ул халыҡ исеменән сенаторға мөрәжәғәт итте. Зәк-ишмәттәрҙе инде күптәнге бәләләре – клубтарының газ менән йылытылмауы ҡабул итеүҙәргә йөрөтә. Юғиһә, әле электр йылылығы етмәй, клубҡа килгән кеше бәлтәһен сисмәй ултырырға мәжбүр. Мәғарифтағы проблемаларҙы һанай башлаһаң, ҡулдағы бармаҡтар етмәҫ, шулай ҙа Ирина Ринат ҡыҙын бөгөнгө көндәге иң ҡырҡыу һорау – идара иткән персоналға (бында хакимиәттә ултырғандар ғына түгел, мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре лә инә) эш хаҡына аҡса етмәүе борсой. Республиканан төшөрөлгән аҡсалар етмәй, дефицит.

Бына ошо һорауҙар асып һалынды Мәскәүҙән килгән Р. Зиннуров алдына. Сенатор, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итергә була, ҡайһыларын ныҡлап өйрәнергә, проблеманан сығыу юлдарын эҙләргә кәрәк, тине. Шулай ҙа ышанып ҡалабыҙ: Мәскәү һынлы Мәскәүҙән килгәстен, бәләкәй ауылдың ҙур бәләләре хәл ителмәй ҡалмаҫ.
Диана ҠОТЛОБАЕВА фотоһы
Читайте нас: