Все новости
Общие статьи
12 Марта 2018, 13:28

БУШ ТӘҒӘМ. ХӘРӘМ ПЕНСИЯ

Был тормошта (ауыр инде ул) кеше ҡалай ҙа тере ҡалырға тырыша. Ә бының өсөн урламай, алдамай ғына йәшәп булмай, күрәһең. Һәр кем нисек булдыра, шулайта: кемдер миллиардлап урлай, кемдер ферманан силос тейәп ҡайтһа ла – шат, ҡыҫҡаһы, нимәгә буйы етә, шуға ынтыла.

Күмертауҙа бер магазинда эшләүсе бер төркөм гүзәл зат лавкаларынан яйлап ҡына аҙыҡ-түлек сәлдергән. Күпмелер ваҡыт шулай ғаиләләренә артыҡ, буш тәғәм ташыған. Әммә тотолғандар. Һәммәһе 300 мең һумлыҡ аҙыҡ урлап өлгөргән. Әле тикшереү эштәре бара.

Икенсе бер ҡатын да ике йыл дауамында үлгән әсәһе урынына пенсия алып ятҡан. Әсәһе 2015 йылда уҡ мәрхүмә булған, ә ҡыҙ балаһы пенсия фондына ул үлде тигән справканы күрһәтмәй, килгән пенсияны тотоноп ятҡан. Шулай итеп, был ҡатын 100 мең һумдан ашыу аҡсаны үҙләштергән.

Был ваҡиғаларҙағы ғәйепле ҡатындарҙы яза көтә. Шуныһы ғына: үтә ныҡ язаламаһындар ине уларҙы. Ҡоторғандан урламағандарҙыр, михнәт үҙе этәргәндер был аҙымға. Йәнә лә шуныһы: миллардтар урлап та тотолғандар һыуҙан ҡоро сыға, был бисараларға ҡарата Фемида миһырбанлы булһа ине.

Ғәҙеллек әкиәттәрҙә генә түгел, тормошта ла еңеп сығырға тейеш бит. Ул табышты ғаилә, балалар өсөн файҙаланыу иҫәпкә алыныр, һәм дөрөҫ хөкөм сығарылыр тигән өмөт бар...
Читайте нас: