Все новости
Общие статьи
13 Марта 2018, 17:07

18 МАРТ КӨНӨ АФИШАҺЫ

18 март — Рәсәй Президентын һайлау көнөндә райондың барлыҡ мәғариф учреждениеларында төрлө саралар үткәреләсәк.

18 март — Рәсәй Президентын һайлау көнөндә райондың барлыҡ мәғариф учреждениеларында төрлө саралар үткәреләсәк.

Бахмут мәктәбендә уҡыусыларҙың ҡул эштәренән торған күргәҙмә һәм «Ҡыңғырауҙар» ансамбленең сығышы;

Зәк-Ишмәт мәктәбендә музей буйлап экскурсия, «Ҡаһарманлыҡ» эҙләнеү отрядының сығышын, фотоларын һәм видеояҙмаларын ҡарау;

Шәбағыш мәктәбендә был көндө 5-9 класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре интеллектуаль викторинала осрашасаҡ;

Ермолаевоның 2-се мәктәбендә «Әсәй, атай һәм мин — спорт ғаиләһе» тигән күңелле старт уҙасаҡ;

Абдул мәктәбендә мәктәп уҡыусылары һәм ауыл йәштәре волейбол уйынында ярышасаҡ;

Ермолаевоның 1-се мәктәбендә — «Әсәй, атай һәм мин — спорт ғаиләһе» спорт эстафетаһы, уҡыусыларҙың концерты ойошторола;

Илкәнәй мәктәбендә лә волейбол ярыштары үткәреү планлаштырылған;

Яңы Таймаҫ гимназияһында Ғаилә йылына арналған «Уңған ғаилә — бай ғаилә» йәрминкәһе, мәктәп уҡыусылары һәм «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең ҡул эштәре күргәҙмәһе, Ирекмәндәр йылына арналған баскетбол буйынса ярыш ойоштороласаҡ;

Аҡһары мәктәбендә уҡыусылар һәм ата-әсәләр командалары спорт бәйгеһендә көс һынашасаҡ;

Керәүле-Илюшкин мәктәбендә лә ата-әсәләр һәм уҡыусылар күңелле стартҡа сыға;

Павловка мәктәбендә Ҡырымдың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына арналған мәктәп уҡыусыларының концерт программаһы көтә.
Читайте нас: