Все новости
Общие статьи
13 Марта 2018, 16:13

БӘХЕТЛЕ БАЛА САҠ

Был фотоһүрәттә хәҙерге көндә республикабыҙҙа йәшәп, эшләп йөрөгән ике йәш ирҙең: Рөстәм Ҡобағошов менән Илдус Кинйәкәевтың бала саҡтары сағылдырылған. Уларҙы һәүәҫкәр фотограф Әмерхан Юлтаев 1986 йылда фотоға төшөргән.

Районыбыҙҙың Свобода, Түкән, Таймаҫ ауылдарында йәшәүселәр араһында һис шикһеҙ уларҙың бәхетле бала сағын хәтерҙәрендә һаҡлаусылар барҙыр.

Интернеттағы ВКонтакте социаль селтәрендәге «Юшатыр» гәзите төркөмөндә был фотолағы балаларҙың кем икәнлектәрен танып белеү буйынса конкурс та үткәргәйнек. Уларҙы иң беренсе булып Таймаҫ ауылынан гәзит уҡыусыбыҙ Әлиә Юлдыбаева таныны. Уны редакцияла бүләк көтә.
Читайте нас: