Все новости
Общие статьи
16 Марта 2018, 13:26

«ҠАЙҘА ҮЛЕМ МЕНӘН ҺАТЫУ ИТӘЛӘР, ХӘБӘР ИТ»

Республикала Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы «Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит» акцияһының беренсе этабы старт алды.

Республикала Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы «Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит» акцияһының беренсе этабы старт алды.

Профилактик сара сиктәрендә министрлыҡтар менән ведомстволарҙың тура телефон бәйләнештәре эшләй башланы. Наркотиктарҙы һаҡлаған, һатҡан, етештергән урындарҙы белеүселәр был турала теләгән ваҡытта һәм конфиденциаль рәүештә хәбәр итә ала. Шулай уҡ теләге булғандарға наркологик ярҙам күрһәтеүсе һәм наркотиктарға бәйле кешеләрҙе реабилитациялау менән шөғөлләнеүсе ойошмалар тураһында тулы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.

Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акция Башҡортостанда 2018 йылдың 23 мартына тиклем дауам итәсәк. Республиканың Эске Эштәр министрлығы наркотиктарҙы, психотроп матдәләрҙе эске эштәр территориаль органдарына таратыу факттары тураһында хәбәр итеүҙе һорай. Бынан тыш БР Эске Эштәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны эшләй: 8(347)279-32-92.

Һеҙ хәбәр иткән һәр бер мәғлүмәт мотлаҡ ныҡлы тикшереләсәк, бер генә шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Конфиденциаллек гарантиялана.

Былтыр үткәрелгән акция ваҡытында республика эске эштәр органдарының ышаныс телефондарына 470 шылтыратыу булған, шуларҙың 321-ендә наркотиктар менән психотроп матдәләрҙе һаҡлау, һатыу, етештереү факттары хаҡында, 131-ендә наркотик ҡулланыусыларҙы дауалау һәм реабилитациялау мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итеүҙәр булған.

Сара сиктәрендә полицейскийҙар тарафынан 219 енәйәт ҡылыуҙар асыҡланған, шул иҫәптән наркотиктар һатыу буйынса – 44. Законһыҙ әйләнештән 10,6 кг наркотик һәм психотроп матдәләр тартып алынған. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 300 протокол төҙөлгән.

Әгәр Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә әйтер һүҙегеҙ булһа, Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы «Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит» акцияһында әүҙем ҡатнашығыҙ. Шулай итеп, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәштә һеҙ үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алырһығыҙ.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске Эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен күҙәтеү буйынса идаралығы
Читайте нас: