Все новости
Общие статьи
16 Марта 2018, 13:38

ЭҘЛӘГӘНДӘР ЮЛЫН ТАБА

Хәҙерге ҡайһы бер бәләкәй ауылдарҙа магазиндарҙы тотоуҙан ҡулланыусылар йәмғиәте зыян күреп эшләй. Улар килем килтермәй, үҙен аҡламай.

Хәҙерге ҡайһы бер бәләкәй ауылдарҙа магазиндарҙы тотоуҙан ҡулланыусылар йәмғиәте зыян күреп эшләй. Улар килем килтермәй, үҙен аҡламай. Шуға бәйле, теләйһеңме-теләмәйһеңме, бындай магазиндарҙы ябырға тура килә. Ә халыҡ аҙыҡ-түлекһеҙ, көнкүреш тауарҙарһыҙ йәшәй алмай. Бәләкәй ауылдарҙа күберәген оло быуын кешеләре ғүмер итә. Уларҙың күбеһенең күрше ауылдарҙағы магазиндарға барып килеү мөмкинлеге сикле. Бындай осраҡта автолавкалар – халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүҙең иң ҡулай ысулы. Районыбыҙҙың байтаҡ ауылдарын хеҙмәтләндереүсе «Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәте менән бер рәттән, күрше Мәләүез ҡалаһының халыҡты хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре лә беҙҙең райондың бәләкәй ауылдарында халыҡҡа үҙ тауарҙарын тәҡдим итә. Мәҫәлән, Горный Ключ, Яңы ауыл ауылдары кешеләре аҙнаһына ике тапҡыр уларҙың автолавкаһын көтөп ала. Теүәл көнөндә, сәғәтендә килеп етәләр, ваҡытын белеп кенә сығабыҙ, бигерәк тә беҙгә, оло быуын кешеләренә, бындай хеҙмәтләндереү оҡшай, тауарҙары ла арзаныраҡ, сифатлы, ти әбей-бабайҙар.
Айгөл ХАЛИҠОВА фотоһы
Читайте нас: