Все новости
Общие статьи
16 Марта 2018, 13:03

ҠЫУЫП УҘАҺЫҢ КИЛҺӘ…

Хәҙер юлдарҙа еңел автомобилдәр һаны артҡандан-арта. Уларҙың рулдәре артында төрлө холоҡло, тәжрибәһе төрлөсә булған водителдәр ултыра.

Хәҙер юлдарҙа еңел автомобилдәр һаны артҡандан-арта. Уларҙың рулдәре артында төрлө холоҡло, тәжрибәһе төрлөсә булған водителдәр ултыра. Кемдәрҙер һәр ваҡыт ашыҡмай ғына алдын-артын ҡарап яйыраҡ йөрөй. Кемдәрҙер иһә шәберәк тиҙлектә елдерергә ярата, алдынан яйыраҡ барған автомобилде ҡыуып уҙыу уға әллә ни ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай.

Ә шулай ҙа алдыңдан барған автомобилде ҡыуып уҙыу өсөн ҡаршы һыҙатҡа сығыу икенсе берәй транспорт сараһы менән бәрелешеү хәүефлелегенә килтереүе ихтимал. Тап бына шул арҡала юлдарҙа юл-транспорт ваҡиғалары йыш булып тора. Шуға күрә теге йә был транспортты ҡыуып уҙырҙан алда ҡаршы һыҙаттағы юлды ныҡлап ҡарағыҙ: ҡаршыға килеүсе автомобиль араһы йыраҡмы, түгелме? Ул авария осрағы тыуҙырмаймы? Арттағы көҙгөгә лә ныҡлап күҙ һалырға онотмағыҙ. Әгәр ҡыуып уҙыу мөмкинлеге бар икән, һул яҡтағы боролош күрһәткесен яндырырға, тиҙлекте арттырырға һәм ҡыуып уҙырға кәрәк. Бындай саҡта тиҙлекте ҡапыл ныҡ арттырырға ла, кәметергә лә ярамай.

Ҡайһы бер урындарҙа ҡыуып уҙыуҙы тыйыусы юл билдәләре тора. Әгәр һеҙ уны һанға һуҡмайһығыҙ икән, бының өсөн һеҙҙе 5 мең һум күләмендә штраф көтә йә правағыҙҙан ярты йылға мәхрүм итәсәктәр. Ундай хәл тағы ла ҡабатлана ҡалһа, правағыҙҙан бер йылға ҡолаҡ ҡағыуығыҙ бар.


Читайте нас: