Все новости
Общие статьи
20 Марта 2018, 14:40

ҺОРАУҘАР ТӨРЛӨ

Үткән йома район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров төрлө шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте.

Үткән йома район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров төрлө шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте.

Барлығы ете кеше килде. Бер нисәүһе шәхси һорау менән килгән, гәзит хеҙмәткәрҙәре булғанда әйтмәнеләр, ә үҙ проблемаларын депутаттың үҙенә генә һөйләнеләр.

Бер ҡатын ирем эсә, өйҙәге әйберҙәрҙе һатып бөттө, етмәһә, ауылда законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һаталар, тип зарланды. Граждандарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов был проблеманы тәүгә ишетеүе һәм мәсьәләне тиҙ арала тикшерәсәктәре хаҡында әйтте. Илкәнәйҙән Рим Рәхмәтуллин ауылына терапевтың 40 км арауыҡтағы Бөгөлсәндән килеүе, килмәй ҡалған осраҡтары ла булыуы хаҡында ентекле һөйләне. Район менән ҡала дауаханаларын берләштергәс ниңә терапевт Күмертауҙан ғына килмәй икән, яҡыныраҡ та булыр ине, тип үҙ тәҡдимен дә еткерҙе депутатҡа. Яҡуптан мәктәп директоры Самат Туйгилдинды ремонт мәсьәләһе йөрөтә. Зариф Байғусҡаров, мәктәбегеҙ яңы ла баһа, етмәһә, балаларығыҙ аҙ, тине. Юҡ, тип ҡаршы төштө Самат Усман улы, беҙҙең мәктәп 40 балаға иҫәпләнһә лә, 56 уҡыусы белем ала. Был мәсьәлә буйынса депутат, мәғариф министрлығы менән һөйләшәсәкмен, тип вәғәҙә бирҙе. Бер бабай йәшәү шартына зарланды. Йортомда газ юҡ, балалар ҙа ҡарамай, тип килгән. Бер төркөм Яҡшымбәт фермерҙары ла керҙе ҡабул итеүгә. Улар депутатҡа ер мәсьәләһе буйынса һорау бирҙе.

Зариф Байғусҡаровҡа бирелгән ҡайһы бер һорауҙар урында уҡ хәл ителде, икенселәре артабан өйрәнеү һәм хәл итеү өсөн контролгә алынды. Һәр мөрәжәғәт ентекле өйрәнеләсәк һәм уларға мотлаҡ яуап биреләсәк, тип ышандырҙы РФ Дәүләт Думаһы депутаты.

Аҙаҡ Зариф Закир улы Бахмут мәҙәниәт йортона, Иҫке Отрада мәктәбенә һәм Ермолаеволағы “Батыр” балалар баҡсаһына ла барҙы. Унда кәрәк ремонт эштәре менән танышты.
Граждандарҙың телдән һәм яҙма рәүештә бирелгән мөрәжәғәттәре менән эште артабан камиллаштырыу маҡсатында 2018 йылдың 23 мартында, 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем, Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең 223-сө кабинетында Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы Йыһаншин Күмертау ҡалаһы прокуроры менән берлектә граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итә.

Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ менән ҡабул итеүгә алдан яҙылыу өсөн 6-11-95 телефонына шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ.


Автор фотоһы
Читайте нас: