Все новости
Общие статьи
27 Марта 2018, 19:04

ТӨКӨРӨП ҠАРАМА

Кисә район хакимиәтенең наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышы булды. Әхәт Ҡотлоәхмәтов етәкселек иткән ултырыш башҡаларынан әллә ни айырылманы, тиергә була, һәр саҡтағыса беҙҙә шул уҡ проблемалар ҡала килә.

Кисә район хакимиәтенең наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышы булды. Әхәт Ҡотлоәхмәтов етәкселек иткән ултырыш башҡаларынан әллә ни айырылманы, тиергә була, һәр саҡтағыса беҙҙә шул уҡ проблемалар ҡала килә.

Башлыҡ урынбаҫары Люциә Хәмитова былтыр наркотик ҡулланыу, законһыҙ һатыуға ҡаршы нимәләр башҡарылған, шуларҙы әйтте. Наркотик матдә ҡулланып яһалған енәйәттәр һаны кәмегән – шуныһы ҡыуандыра (2016 йылда 12, былтыр – 6). ВИЧ йөрөтөүселәр – һаман баш бәләһе, был замана сиренән ҡотолор әмәл юҡ, шулай ҙа йәштәр араһында эш алып барғанда, исмаһам, уларҙы был афәттән йолоп ҡалырға булыр ине. Әле районда һәммәһе 104 СПИД менән сирләүсе бар, шуларҙың 64-е ирҙәр. Был ауырыуҙы күбеһе енси юл менән йоҡтора. Силсәүит башлыҡтарына ла әйтер һүҙе булды Люциә Тәлғәт ҡыҙының: киндер һымаҡ үлән үҫә икән биләмәгеҙҙә, төртөп күрһәткәнде көтөп ятмағыҙ, тотоғоҙ ҙа үҙегеҙ сабығыҙ.

Район полиция начальнигы Р. Әбсәләмовтың артыҡ һөйләр һүҙе булманы. Интернетта сайттарҙы күҙәтәбеҙ – унда наркотикты пропагандалаусы, һатыусы сайттар тапһаҡ, шунда уҡ тейешле ергә хәбәр итәбеҙ, тине. Былтыр ошондай 20 сайт тапҡандар икән. Административ яуаплылыҡҡа былтыр 4 кеше тарттырылған, икәүһе наркотик ҡулланған өсөн, икәүһе мотлаҡ үтәлергә тейеш дауаны үтеүҙән ҡасып йөрөгәне өсөн. Бар наркомандарҙың йәше 25-35 тирәһе, тине хоҡуҡ һаҡсыһы.

А. Петрунин, Ермолаево дауаханаһы мөдире мәктәптәрҙә балаларҙың наркотик матдә ҡулланғанмы, юҡмы икәнен белеү өсөн тест үткәреүҙәре хаҡында бәйән итте. Былтыр был процедураны 132 бала үткән, барыһы ла тап-таҙа. Кем наркоман, шул кеше, әйҙә мине тикшерегеҙ, тип килеп ултырмай, ә тест үтеү тик ирекле рәүештә башҡарыла – шуныһы ғына әллә ҡалай.

Район башлығы бар территорияны биш бармағындай белеүен әле лә күрһәтте. Бер силсәүиттән, һеҙҙең ауылда бер ир буяу еҫкәй, ниңә ныҡлап иғтибар бирмәйһегеҙ уға, йәш бит әле ул, тип борсолоу белдерҙе. Ауыл башлығы, барабыҙ, йөрөйбөҙ, тине, тик кеше үҙе теләп башын түмәргә һалған икән, уға нисек итеп ярҙам итергә лә белеп булмай.

Комиссия сираттағы тапҡыр ҡарар ҡабул итеү менән тамамланды. Ҡарары ҡарар, ултырыштар ҙа була торор, шуны аңлау мөһим: бәндә үҙ һаулығына, яҙмышына төкөрөп ҡарай икән, уға силсәүит тә, ҡарарҙар ҙа, комиссиялар ҙа ярҙам итә алмаҫ.



ЯҘМЫШТЫ ҮҘЕБЕҘ ЯҘАБЫҘ
Быйыл 23 мартҡа тиклем республикала «Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит» тигән акция барҙы. Уның барышында Ишембай ҡалаһында 26 йәшлек ирҙең наркотиктар менән һатыу итеүенә шик төшөп, ул ҡулға алынды. Уны тикшергән ваҡытта полимер пакетта наркотик матдә табылды һәм экспертиза тикшереүенә ебәрелде. Тикшереү һөҙөмтәләренән сығып ҡулға алыныусының артабанғы яҙмышы хәл ителәсәк.
Читайте нас: