Все новости
Общие статьи
27 Марта 2018, 19:01

ҺЫУ ТӨНДӘ БАҪЫУЫ БАР

Кисә шулай уҡ район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ла ултырыш үтте. Төп тема булып яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләләрен ҡарау торҙо.

Кисә шулай уҡ район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ла ултырыш үтте. Төп тема булып яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләләрен ҡарау торҙо.

Ултырышты район хакимиәтенең төҙөлөш һәм архитектура буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Ринат Килдебаев алып барҙы.

- Аҙаҡҡы тапҡыр һыу ныҡ итеп 2010-2013 йылдарҙа ташҡайны. Һауа торошона ышаныс юҡ, шуға күрә һәр саҡ әҙер тороп, техникаларҙы ла йәлеп итер кәрәк. Һәр ауыл советы хакимиәте башлыҡтарына, эштәр идарасыларына ҡасан шылтыратһаҡ та, телефондары бәйләнештә булырға тейеш. Көйөргәҙе ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәсимә Бабченко төпкөлөрәк ауылдарҙағы магазиндарҙы алдан уҡ запас аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тейеш, - тине Ринат Ирек улы.

Ташҡын буйынса ҡурҡыныс янаған Мораптал, Отрада, Таймаҫ, Ленин, Ермолаево, Свобода ауыл советтары хакимиәте башлыҡтары сығыш яһаны. Улар ташҡынға ҡаршы торорға әҙербеҙ, тине: был мәсьәлә буйынса комиссия төҙөгәндәр, техникалары әҙер, план да, дежурство ла бар.

Ринат Ирек улы ултырышҡа килгән арендаторҙарға, ярҙам кәрәкһә, һорағыҙ, тине. Ләкин берәү ҙә өндәшмәне, күрәһең, барыһының да эштәре яҡшы.

- Тынысланып ултырырға ярамай. Ер туң, тәбиғәтте лә аңлап булмай, етмәһә, беҙҙә быуалар күп. Һыу төндә баҫыуы бар, бөтә нәмәне лә контролдә тотоғоҙ. Дөйөм көс менән ташҡынға ҡаршы торорбоҙ, тип ышанам. Бәлә көтмәгәндә килә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә мотлаҡ үтәргә кәрәк, - тине район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ултырыш аҙағында.
Автор фотоһы
Читайте нас: