Все новости
Общие статьи
28 Марта 2018, 11:10

«СӘЙӘХӘТ ИТЕП КЕНӘ ЙӨРӨР ИНЕК ТӘ...»

Үткән йомала район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы Йыһаншин граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итте. Ҡабул итеүгә бик күп кеше килде.

Үткән йомала район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы Йыһаншин граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итте. Ҡабул итеүгә бик күп кеше килде.

Иң тәүге булып килгән Ермолаевола йәшәгән Татьяна Павлова үҙенең шәхси хужалығында сусҡалар аҫырауын, бер сусҡанан 8 800 һум табыш алыуын, шуның 5 000 һумы машина яллап, Мәләүезгә мал һуйыу цехына алып барыуға һәм башҡа сығымдарға китеүе хаҡында бәйән итте. «Үҙебеҙҙең ветврач ҡарай бит. Ермолаевола мал һуйыу цехы төҙөлгәнсе йорт шарттарында ғына һуйһаң булмаймы ни?» - тип һораны ул. Азат Салауат улы: «Беҙ был эшкә оҙаҡ килдек. Һәр ваҡыт кисектерҙек. Төрлө мал сирҙәре таралғанын ишетеп тораһығыҙ. Шуға күрә һатыуға ит мал һуйыу цехы аша ғына үтергә тейеш. Йорт шарттарында сирҙе асыҡлап булмай. Әгәр кешеләр, балалар сирләп китһәләр, кем яуап бирәсәк? Законды боҙа алмайбыҙ», - тип яуапланы.

Яңы йыл алдынан ғына Покровка ауылы янында асылған мал һуйыу цехының хужаһы Геннадий Елисеев кереү менән: «Ни өсөн беҙ 15 млн. һум аҡса түгеп мал һуйыу цехы төҙөнөк һуң? 3 ай эшләү дәүерендә беҙгә ни бары 34 баш эре мал алып килделәр. Шул уҡ ваҡытта баҙарҙа ит һатыла, келәймә ҡуйыла, ә беҙҙең цех аша үтмәй. Мәләүездә ике мал һуйыу цехы гөрләп эшләп тора, сөнки ундағы бөтә етәкселек тә уларға ярҙам итә. Күмертауҙа ниндәй шарттарҙа иткә келәймә һалғандарын видеоға төшөрөп алдым, бына хәҙер күрһәтәм. Унда эттәр ҙә, бесәйҙәр ҙә йүгерешеп йөрөй», - тине ярһып. Азат Йыһаншин бер баш малды һуйыу өсөн күпме аҡса киткәнен (1 800 һум), транспорт булыуын, булмауын һорашҡас: «Был мәсьәләне хәл итергә тырышырбыҙ, ғәйепле кешеләр булһа, яуап тоторҙар», - тине.

Барыһының да һорауҙары бер юҫыҡта булғас, ҡалған 15-ләгән кеше ҡабул итеүгә бергә инде. Маяҡ ауылынан хаҡлы ялдағы Татьяна Неделько 3 һыйыры, 3 инә сусҡаһы булыуын әйткәс: «Газға, светкә түләргә пенсия аҡсаһын ғына еткереп булмай, шуға ла ауыл ерендә беҙ күпләп мал тотабыҙ. Әгәр пенсия аҡсаһы етһә, беҙ сит ил кешеләре һымаҡ рәхәтләнеп сәйәхәт итеп кенә йөрөр инек тә. Иң яҡын сусҡа һуйыу цехы Мәләүездә генә. Унда алып барыу өсөн машина табырға, тейәшергә 5-6 кешеһен табырға кәрәк. Ул кешеләрҙе табыуы — үҙе бер проблема. Сусҡа машинала ышҡылып бара ла, уның салоһы яраҡһыҙ була. Мәләүездән кире алып килгәнсе, йылы көндө ит еҫләнеп тә бара. Баҙарға алып барһаң, әпәт келәймәгә, ит сабыусыһына түләйһең. Шунан үҙеңә әҙ генә аҡса ҡала бер сусҡанан», - ти. Уның һүҙҙәрен йөпләп 20 баш эре мал, 10 сусҡа аҫраусы тағы бер пенсионер ир: «Эре мал аҫрайбыҙ ҙа ул. Хәҙер уны ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйбеҙ», - тине. Ермолаевонан Ольга Скрынникова: «4 балам бар. Балалар ҡарап өйҙә ултырам. Бөтә булған аҡса сығанағы — мал. Балаларҙы ашатырға ла, кейендерергә лә, мәктәбенә лә түләргә кәрәк. Бәләкәй бала менән эшкә лә алмайҙар, больничныйға китәһең тип. Бер баш малдан 5 мең аҡса ҡала. Ул бит мал аҙығы алырға ла етмәй. Газға түләп өлгөрмәһәң, уныһын киҫеп китәләр», - тип үҙенең аһ-зарын һөйләне. «8 йыл ит һатыу менән шөғөлләнәм. Ауыл халҡы менән эшләйбеҙ. Был закон халыҡҡа ҡаршы бара кеүек. Ситтән шулай күренә. Ауыл кешеһе бер баш мал өсөн 1 мең һумдан артыҡ түләй алмай. Ауыл кешеһе былай ҙа насар йәшәй. Ирҙәр Себер юлын тапап һаулыҡтарын юғалта. Шунлыҡтан балалар ҙа аҙ тыуа», - тип өҫтәне Күмертауҙан килгән эшҡыуар. «Покровкалағы мал һуйыу цехына бер баш малға 1800 һум түләү ҡайҙан алынған ул? Мәләүездә 1500 һум бит», - тине берәү. Ҡабул итеүгә Мәләүез ҡалаһынан да килгәндәр ине. Улар: «Көйөргәҙе районында малға справка алыу 140 һум, ә Мәләүездә 402 һум. Ауыл хужалығы райондары бөлә. Мал икенсе төбәккә китә. Беҙҙән малды Камаздарға тейәп Ырымбур өлкәһенә ташыйҙар. Бер ниндәй справка һорап тормайҙар улар. Шуға халыҡ малын бирә лә ебәрә. Беҙгә хәҙер сит илдең яһалма итен һатырға ғына тура килә инде. Һаман да бер ниндәй келәймәһеҙ ит һатып торғандар бар. Хатта, үлгән малының итен килтереп һаталар. Һатып алыусыларға келәймәһен дә күрһәтмәйҙәр. «Кто ты такая?», - тип кенә ебәрәләр» - тигән һүҙҙәрен еткерҙе.

Азат Салауат улы барыһын да тиерлек тыңлағас: «Мин башҡа өлкәләге коллегалар менән аралашып торам. Ундағы хәлдәрҙе беләм. Ырымбур өлкәһе был яҡтан яҡшы миҫал түгел беҙгә. Хаҡтар тураһында белешермен. Ғәйеплеләр язаһын күрер. Мин үҙебеҙҙең республика өсөн яуап бирәм. Берәй алама сир таралып, кешегә йоҡмаһын өсөн тырышабыҙ. Ветврачтар күҙ йомоп справка бирһәләр, шундай хәл булыуы мөмкин. Әгәр ҡайҙалыр законды боҙалар икән, хоҡуҡ һаҡлау органдарына, миңә яҙып бирегеҙ. Ҡыҙыу бәйләнешкә шылтыратығыҙ. Бына баҙарҙа һаман да итте картонға һалып сабалар. Ул, бәлки, Ҡытайҙан килгәндер, таҙамы? Кеше һаулығын уйламаған һатыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк. Килгәнегеҙ, хәлде аңлатҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Яҙып алдым, барыһын да хәл итербеҙ. Кеше һаулығын табип ҡайғыртһа, ветврач бар кешелек өсөн яуап бирә. Беҙ барыһын да һеҙҙең сәләмәтлек өсөн эшләйбеҙ. Мал һуйыу цехына беҙ былай ҙа бик оҙаҡ килдек. Законды боҙа алмайбыҙ», - тигән яуаптарын бирҙе.

Шундай ҡыҙыу һөйләшеү булды район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы менән.


Айгөл ХАЛИҠОВА фотолары
Читайте нас: