Все новости
Общие статьи
30 Марта 2018, 13:34

ИЛ ИҠТИСАДЫН ТОТҠАРЛАЙ

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эште көйләү буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Ултырыш 2017 йылда коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек йомғаҡтарына арналды.

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эште көйләү буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Ултырыш 2017 йылда коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек йомғаҡтарына арналды.

Коррупцияға ҡаршы милли көрәш планын ғәмәлгә ашырыуға, конфликтлы комиссиялар, бүлектәр һәм коррупция хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү өсөн яуаплы булған вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеген камиллаштырыуға, ошо өлкәлә пропаганда һәм аңлатыу эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыуға ҙур иғтибар йүнәлтелде, тип билдәләне республика етәксеһе.

Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлектә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу йәһәтенән мөһим аҙымдар яһалды. Быйылдан дәүләт вазифаларын биләгән кешеләр килемдәр тураһында электрон белешмәләрҙе махсус программа ярҙамында тултыра. 2019 йылда бөтә дәүләт хеҙмәткәрҙәре ошо форматҡа күсә.

Бынан тыш, Рәсәй дәүләт граждандар хеҙмәтенең кадрҙар составы менән идара итеүҙең берҙәм мәғлүмәт системаһын файҙаланыу башлана.

– Илдә һәм республикала коррупцияға ҡаршы ҙур эштең беренсе йыл ғына дауам итмәүен аңлайбыҙ. Ил Президенты, уның етәкселеге урындағы һәм федераль властарҙан ошо йәһәттән эшмәкәрлекте көсәйтеүҙе талап итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Коррупция ил иҡтисады үҫешен тотҡарлай, эшҡыуарҙар, бизнес өсөн ҙур проблемалар тыуҙыра. Был һәр кем өсөн асыҡ, аңлайышлы.

Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары Алексей Касьянов 2017 йылда республикала коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса сараларҙы бойомға ашырыу тураһында һөйләне. Шулай итеп, 33 дәүләт хеҙмәткәре һәм 133 муниципаль хеҙмәткәр юридик яуаплылыҡҡа тарттырылған. Атап әйткәндә, ышанысты юғалтыу менән бәйле муниципаль вазифа һәм муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләгән 30 кеше эшенән бушатылған.

БАШИНФОРМ
Читайте нас: