Все новости
Общие статьи
30 Марта 2018, 13:11

УҢАЙ ҘА, ФАЙҘАЛЫ ЛА

Дәүләт автоинспекцияһы Башҡортостан Республикаһы халҡына «www.gosuslugi.ru» порталында теркәлергә тәҡдим итә. Унда һеҙ барлыҡ уңайлыҡтарҙан, шул иҫәптән Рәсәй ЮХХДИ бүлектәренең дә ярҙамынан иркен файҙалана алаһығыҙ.

Дәүләт автоинспекцияһы Башҡортостан Республикаһы халҡына «www.gosuslugi.ru» порталында теркәлергә тәҡдим итә. Унда һеҙ барлыҡ уңайлыҡтарҙан, шул иҫәптән Рәсәй ЮХХДИ бүлектәренең дә ярҙамынан иркен файҙалана алаһығыҙ.

Сайтта теркәлеү өсөн паспортығыҙҙың серияһын, номерын белергә кәрәк, ҡул аҫтығыҙҙа СНИЛС, кеҫә телефоны булырға тейеш. Шунан һуң ғына һеҙ шәхси кабинетҡа инергә рөхсәт ала алаһығыҙ.

Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы бүлеге тарафынан был порталда водителдәргә, автоһәүәҫкәрҙәргә, мәҫәлән, түбәндәге ярҙамдар күрһәтелә: транспорт менән идара итеүгә права алыу өсөн квалификациялы имтихандар ҡабул итеү ярҙамы күрһәтеү; автомототранспорт средстволарын һәм уларға тағылмаларҙы теркәү буйынса ярҙам күрһәтеү, водитель таныҡлығы һәм транспорт менән ваҡытлыса идара итеүгә рөхсәт биреү һ.б.

Был портал аша дәүләт ярҙамынан ҡулланыусыларға байтаҡ ҡына ташламалар ҡаралған. Водителдәр, әгәр һеҙ «www.gosuslugi.ru» порталын дөрөҫ һәм урынлы ҡулланһағыҙ, ваҡытығыҙҙы ла, аҡсағыҙҙы ла аҙыраҡ сарыф итерһегеҙ. Мәҫәлән, водитель танытмаһы алыу өсөн ҡулдан ике мең һум түләргә кәрәк. Ә «www.gosuslugi.ru» порталы аша ул 1400 һумға төшә. Тимәк, 600 һум кеҫәгеҙҙә ҡала. Бындай юғары сифатлы дәүләт ярҙамын ҡулланыу һеҙҙең тормошоғоҙҙа һис шикһеҙ ыңғай роль уйнар. Бигерәк тә район ауылдарында йәшәгән кешеләргә әйләнгән һайын район үҙәгенә юлланыу мәшәҡәттәре, юлға бушҡа аҡса түгеү күпкә кәмейәсәк. Заман технологияларын һәм фән ҡаҙаныштарын дөрөҫ итеп ҡуллана ла беләйек.
Читайте нас: