Тел тураһында күп һөйләйбеҙ, күп яҙабыҙ, ә бит тел асҡысы ата-әсәләрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең, ғаиләлә үҫкән, йәшәгән башҡа оло кешеләрҙең бәләкәй балаға булған мөнәсәбәтенән башлана. «Юшатыр» гәзитендә «Үҙебеҙҙән тора» тигән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙәр тап бына шуны раҫлай (23 март, 2018 йыл, №24).
Әгәр ҙә бала ғаиләлә 5 йәшкә тиклем үҙенең туған телендә көн дә туғандары менән аралашһа, һөйләшһә, уның донъяға ҡарашы туған телендә формалаша башлай, ата-әсәнең төп бурысы – шул ҡарашты нығытыу, үҫтереү. Бала тыуғас та, әҙерәк үҫеп теле асыла башлағас та, «әсәй, әнәй, атай, олатай, өләсәй» тип телен нығытырға тейеш. Ә бөгөнгө көндә беҙ нимә күрәбеҙ: бала тыуҙы, һөйләшә башланы, тик «әсәй, әнәй» урынына «мама», «атай» урынына «папа» тип теле асыла башлай, шуға риза булған атай-әсәй үҙенең балаһының туған теленән айырылыуға беренсе аҙым эшләй. Туған телдән биҙҙереүсе факторҙар күп инде ул, күрше-күләндә үҫкән балалар, улар менән гел русса аралашыу, балалар баҡсаһында, телевизорҙан ҡараған тапшырыуҙар, шунан китә кеҫә телефоны, интернет, мәктәп.
Башҡорт телендә аралашыу, уны үҫтереүгә «тәғәйенләнгән» ҡалабыҙҙағы бармаҡ менән генә һанарлыҡ бер нисә уҡыу йортобоҙҙа ла балалар үҙ-ара башҡа телдә аралаша, уларҙың күбеһе мәктәпкә ингәндә «Һаумыһығыҙ!», ҡайтҡанда «Һау булығыҙ!» тигән һүҙҙәрҙе әйтеүҙән башҡа туған телендә аралашмай ҙа.
Ҡайһы ваҡыт көлкө лә, ҡыҙғаныс та булып китә, башҡортса аралашып, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән кешеләребеҙ ҙә үҙҙәренең балаһы менән тик русса ғына аралаша. «Улығыҙ, ҡыҙығыҙ ниңә һеҙҙең менән туған телендә аралашмай?» – тигәнгә, «Ул аңлай, ул вис аңлай», – тип аҡлана башлайҙар, тик башҡортса һөйләшмәй генә... Шул ваҡытта көлөшкәнебеҙ ҙә бар: «Беҙҙең бесәй башҡортса вис аңлай, тик һөйләшмәй генә...»
Беҙ үҙебеҙ, ололар ҙа, көндәлек тормош мәшәҡәттәренә батып туған телдең бәҫен төшөрәбеҙ, урамда, башҡа урындарҙа үҙ телебеҙҙә түгел, башҡа телдә һөйләшәбеҙ. Матур, моңло, яңғырашлы, мәғәнәле һүҙҙәребеҙҙе сүп һүҙҙәр менән алыштырабыҙ. «Бына кисә городҡа барҙым әле, подружкам менән торговый центрға кереп подаркалар алдыҡ» («Бына кисә әхирәтем менән ҡалаға барҙым әле, һатыу үҙәгенә инеп күп итеп бүләктәр һатып алдыҡ»), «Теге көндө городка килдек, маленький базарчикта творог һаттым» («Теге көндө ҡалаға килдек бәләкәй баҙарҙа эремсек һаттым...») һ.б.
Республикала башҡорт, рус телдәре дәүләт телдәре булһа ла, республикаға исем биреүсе халыҡтың теле бик һирәк ҡулланыла. Ул турала күп яҙғаныбыҙ бар: «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында Закон» бөтөнләй тиерлек эшләмәй. Вокзалда, автовокзалда, ҡаланың сауҙа үҙәгендә, шул уҡ «Күмертау», «Ирәмәл», «Сказка» һәм башҡа күҙгә күренгән һатыу нөктәләрендә башҡорт телендә бер генә реклама йә алтаҡта күргәнегеҙ бармы? «Юшатыр» гәзите биттәрендә «Сказка»ла «Әкиәт» юҡ» тип яҙып та ҡараным, етешһеҙлекте өҫтә ултырыусылар уҡынымы, шул мәсьәләләр буйынса берәй ыңғай эш эшләндеме? Юҡ! Яңы асыласаҡ төрлө сауҙа нөктәләрендә ике телдә лә алтаҡталар эшләнеп эленмәйенсә, уларға асырға һәм эшләргә рөхсәт бирмәҫкә, тигән тәҡдим индереп ҡараным, ул кемгә кәрәк?! Бер кемгә лә кәрәкмәй, эштәр нисек барҙы шулай бара.
Үҙебеҙҙең телебеҙҙе үҙебеҙ яҡларға, уны үҫтерергә, уның ҡулланылышын арттырырға бурыслыбыҙ. Быны иң беренсе үҙебеҙ саф башҡортса һөйләшеүҙән башларға, уның бәҫен күтәрергә тейешбеҙ. Иң мөһиме балаларыбыҙға туған телдә белем һәм тәрбиә бирергә бурыслы икәнебеҙҙе онотмаһаҡ ине. Беҙ, дөрөҫөн әйткәндә, сабыйҙарыбыҙға туған тел дәрестәренә йөрөргә ғариза яҙырға ла теләмәйбеҙ. Ә был кемдәрҙер өсөн бик ҡулай. Шунан ғәйепте кемдән эҙләйбеҙ инде?
Үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн уны: ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә, башҡа уҡыу йорттарында, үҙ-ара аралашыу ваҡытында киң ҡулланғанда ғына беҙ уның бәҫен күтәрәсәкбеҙ, уға һөйөү, ихтирам арттырасаҡбыҙ, уны үҫтерәсәкбеҙ.