Все новости
Общие статьи
3 Апреля 2018, 16:13

ҮҘЕГЕҘҘЕҢ ХОҠУҠТАРЫҒЫҘҘЫ БЕЛЕГЕҘ!

Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор Идаралығының Күмертау территориаль бүлеге хәбәр итә: торлаҡ йортто хеҙмәтләндереүселәр техник ҡоролмаларҙың һәм конструкцияларҙың төҙөк булыуын тәьмин итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор Идаралығының Күмертау территориаль бүлеге хәбәр итә: торлаҡ йортто хеҙмәтләндереүселәр техник ҡоролмаларҙың һәм конструкцияларҙың төҙөк булыуын тәьмин итә.

РФ Законының «Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау тураһындағы» 4-се статьяһына ярашлы башҡарыусы ҡулланыусыларға маҡсатҡа яраҡлы хеҙмәтләндереү алып барырға бурыслы.

Торлаҡ йорттарҙа һауа температураһы +18 градустан түбәнерәк булырға (мөйөштә урынлашҡан бүлмәләрҙә +20 градус), эҫе һыуҙың температураһы 60 градустан түбән һәм 75 градустан юғары булырға тейеш түгел.

Әгәр хеҙмәтләндереү сифатһыҙ була икән, ҡулланыусы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап итә һәм хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙе яңынан иҫәпләтә ала. Шул уҡ ваҡытта башҡарыусы етешһеҙлектәрҙе, законға ярашлы, ваҡытында бөтөрөргә бурыслы. Ҡулланыусы үҙенең талабын яҙма ғариза рәүешендә идаралыҡ компанияһына тапшырырға тейеш. Был ғаризаның икенсе экземплярын ҡабул ителде тигән ҡултамға һәм датаһын ҡуйҙырып үҙеңдә һаҡларға кәрәк буласаҡ.

Граждандарҙан хеҙмәтләндереү менән ҡәнәғәт булмау тураһындағы ғаризаларҙың бик күп килеүен күҙ уңында тотоп, Роспотребнадзор коммуналь хеҙмәтләндереү функцияларының БР Дәүләт комитеты ҡарамағында (450059, Республика Башкортостан, г. Уфа, ул Степана Халтурина, д.28) булыуын белдерә.
Читайте нас: