Все новости
Общие статьи
3 Апреля 2018, 16:42

ФАЙҘАҒА БУЛЫР

Губернатор Аман Тулеев китте, тик проблемаларҙы үҙе менән алып китмәне. Эш бер кешелә генә түгел, системала.

Губернатор Аман Тулеев китте, тик проблемаларҙы үҙе менән алып китмәне. Эш бер кешелә генә түгел, системала.

Бар ил буйынса әле кеше күп йөрөгән ерҙәрҙә тикшереүҙәр бара, шул иҫәптән беҙҙә лә. Күмертауҙа Көнкүреш йорто (ҡала сервис үҙәге), Ирәмәл, Күмертау сауҙа үҙәктәрен ныҡлап тикшерәләр, иң проблемалыһы - Көнкүреш йорто, тиҙәр. Улай-былай хәл була ҡалһа, бөттө баш, ҡайҙа ҡасырға ла белмәҫһең. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, беҙҙәге хәлдәр Кемеровоныҡына ҡарағанда шәберәк түгел, ярар, бығаса Хоҙай һаҡланы, был тикшереүҙәрҙән һуң, бәлки, кешегә ҡурҡыныс ул тиклем янамаҫ.

Ермолаевола «Гүзәл», «Олимп» һәм Универмаг сауҙа биналарын тикшерәләр. Быларынан тыш, әлбиттә, балалар баҡсаһы, мәктәптәр ҙә ситтә ҡалмаясаҡ. Әткәндәй, район үҙәгендәге «Батыр» балалар баҡсаһы ата-әсәләре саң ҡаға: запас сығыу ишектәре бикле, берәй нәмә була ҡалһа, тонсоғабыҙ бит. Янғын һүндереүселәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары аптырашта: запас ишектәрҙе шар асып ҡуйһаң да килешмәй, донъяла иҫәрҙәр бөтмәгән, кемдер балта-бысаҡ тотоп килеп керһә, ҡалайтырға?

Нисек булһа ла, тикшереүҙәр ҡыйыш китмәҫ, тик файҙаға ғына булыр һәм әҙәм балаһы үҙен тынысыраҡ тойор.
Читайте нас: