Хәҙер олоһо ла, йәше лә, мәктәп балаһы ла интернетта төрлө төркөмдәрҙә ултыра. Әле яңыраҡ бик популяр булған «Серләшәйек» төркөмөндә берәүҙең ошондай сере күҙгә ташланды. Ул «Серҙәштәр, кәңәш кәрәк. Тыныслығымды юғалттым. Бер ҡатынға маникюрға йөрөйөм. Туған тейешле кеше, шуға ул миңә арзанға эшләй. Кешеләрҙе өйөндә ҡабул итә, күп йөрөйҙәр уға. Бына яңыраҡ үҙемдең медик туғанымдан, был маникюрсы ҡатындың ВИЧ менән сирләүе хаҡында ишеттем. Ҡурҡыуымдың сиге юҡ, сөнки тырнаҡтарҙың ситен эшләгән саҡта, яра барлыҡҡа килә, ҡан сыға. Ул ҡатын бирсәткәһеҙ эшләй. Тырнаҡ эшләгән ҡорамалдарын тейешенсә эшкәртәме икән, юҡмы икән, уныһы ла икеле. Аптырайым, нимә эшләргә, кәңәш бирегеҙсе», - тип яҙған.
Ошо темаға бик күптән тотонорға уйлап йөрөй инем. Кәңәш һораған был ҡатындың һүҙҙәре этәргес булды. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек тырнаҡтарын матурларға, буятырға даими рәүештә маникюрсыларға бара. Ә оҫталарҙың күптәре өй шарттарында ҡабул итә, был шөғөл менән арыу ғына аҡса ла эшләп ала. Аҡса артынан ҡыуып, кеше һаулығына зыян килтереүҙәре хаҡында уйлаймы икән улар? Ә матур тырнаҡ йөрөтөргә яратҡан ҡыҙҙар үҙҙәре һуңынан төҙәтә алмаҫлыҡ эҙемтәһе булырын уйлап ҡараймы икән? Был турала маникюр яһатырға яратҡан һәм шулай уҡ был эш менән шөғөлләнгән бер нисә гүзәл затыбыҙҙан белешеп ҡараныҡ. Ҡалғанын үҙегеҙ уйлағыҙ инде.
Динара, 41 йәш, Күмертау ҡалаһы:
- Бына мин дә тырнаҡтарымды эшләтергә бер таныш ҡатынға йөрөйөм. СПИД йоҡторормон, тип быға тиклем һис ҡасан уйлағаным да булманысы. Уйланырға урын бар бит. Икенсе юлы барғас, мотлаҡ инструменттарын нисек эшкәртә икәнен һораясаҡмын, әлбиттә. Матур тырнаҡлы булам тип, әллә ниндәй хоҙай ҡушмаған сир эләктереп ҡуймайым тағы.
Гөлфиә, маникюрсы, Күмертау ҡалаһы:
- Беҙ салонда эшләйбеҙ. Бөтә әйберҙәребеҙҙе лә кәрәкле шыйыҡсалар менән эшкәртеп, дезинфекция эшләп торабыҙ. Ҡайһы бер әйберҙәребеҙ бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған. Өй шарттарында эшләгәндәрҙең дә ҡайһы берҙәре был процедураларҙы еренә еткереп башҡара, әлбиттә. Шулай уҡ тәртипһеҙ ҡыланғандары, кеше сәләмәтлеге хаҡында уйламағандар ҙа етәрлек. СПИД ҡына түгел, башҡа әллә күпме сир йоҡторорға була шулай тәртипһеҙ ҡыланған саҡта. Шуға күрә маникюр яһатырға теләүселәр иң тәүҙә үҙ сәләмәтлектәрен үҙҙәре ҡайғыртып, тикшерелгән мастерҙарға ғына йөрөһөндәр ине, тип кәңәш итәм.