Все новости
Общие статьи
6 Апреля 2018, 14:36

ТӘҮҘӘ – ЛАЙЫҠЛЫ ЭШ ХАҠЫ

Йәштәрһеҙ ауылдың киләсәге юҡ икәнен барыбы ҙа аңлайбыҙ, беләбеҙ. Тик Хөкүмәт ауыл хужалығын үҫтереүҙе заманса яңы кимәлгә күтәрмәйенсә, бының өсөн ауыл иҡтисадына ҙур күләмдә финанстар һалмайынса һәм ауыл эшсәндәренә лайыҡлы эш хаҡы түләмәйенсә тороп, ауылдарҙы бөтөүҙән һаҡлап ҡала алмаясаҡбыҙ. Ошондай ҡырҡа боролош яһамаһаҡ, йәштәр артабан да ауылда ҡалмаясаҡ, улар эш, яҡшы тормош эҙләп ситкә китеүен дауам итәсәк. Бындай бәлә бөтә Рәсәй ауылдарына хас.

Йәштәрһеҙ ауылдың киләсәге юҡ икәнен барыбы ҙа аңлайбыҙ, беләбеҙ. Тик Хөкүмәт ауыл хужалығын үҫтереүҙе заманса яңы кимәлгә күтәрмәйенсә, бының өсөн ауыл иҡтисадына ҙур күләмдә финанстар һалмайынса һәм ауыл эшсәндәренә лайыҡлы эш хаҡы түләмәйенсә тороп, ауылдарҙы бөтөүҙән һаҡлап ҡала алмаясаҡбыҙ. Ошондай ҡырҡа боролош яһамаһаҡ, йәштәр артабан да ауылда ҡалмаясаҡ, улар эш, яҡшы тормош эҙләп ситкә китеүен дауам итәсәк. Бындай бәлә бөтә Рәсәй ауылдарына хас.

Статистикаға күҙ һалһаҡ, 2016 йылда дөйөм эшсәндәр һаны 76 миллион 800 мең кеше тәшкил итһә, 2017 йылда 76 млн. 300 мең кешегә ҡалған, йәғни 500 мең кешегә әҙерәк. Ошондай темп менән барһа, 2030 йылда эшсәндәр һаны 69-70 миллионға тороп ҡаласаҡ. Рәсәйҙә бер пенсионерҙы ҡарар өсөн кәмендә 3 эшләүсе булырға тейеш. Америкала был һанға 4,4 кеше тура килә. Рәсәйҙә бөгөнгө көндә 40-42 миллион кеше пенсионер булһа, 1 пенсионерҙы тәьмин итер өсөн эшләүсе кешеләр һаны сама менән 1,5 тәшкил итә. Кешеләр әҙ эшләгән һайын, Пенсия фондына аҡса ла әҙ килә. Етмәһә, эшҡыуарҙарҙың күбеһе эш хаҡының да яртыһын конверт менән бирәләр йә бик аҙ эш хаҡы түләйҙәр. Был сер түгел.

Рәсәйҙә эшсән халыҡ өсөн эш урындары асмай тороп һәйбәт эш хаҡы ла, Пенсия фондына аҡса ла булмаясаҡ. Мәҫәлән, сит илдәрҙән комбайн, трактор һәм ауыл хужалығы техникаһы һатып алғансы, уны үҙебеҙҙә, Рәсәйҙә, етештереү күпкә отошлораҡ булыр ине. Эшләйбеҙ тиһәләр, эшләйҙәр бит әле: бер ракета яһанылар, ул сәғәтенә 20 мең километр тиҙлек менән оса. Тышы 1500-2000 градус эҫелектә, уны бер радар ҙа, локатор ҙа, хатта ПРО ла тота алмай. Ул космос аша хәрәкәт итә. Икенсе юл —прогрессив һалымды арттырырға кәрәк, әлеге һымаҡ 13% түгел, 15-20%-ҡа тиклем арттырырға. Өсөнсө юл — иң насары тип иҫәпләйем, пенсия йәшен арттырыу, ҡатын-ҡыҙға — 60 йәш, ир-егеттәргә 65 йәшкә тиклем. Ирҙәрҙең күбеһе пенсияға ла сыға алмай мәрхүм була. Миҫал өсөн 2016 йылда бер Яҡуп ауылында ғына 9 ир-ат ерләнде, иң олоһона 68 йәш, икәүһенә 59 йәш, 1-еһенә 58 йәш, 1-еһенә 56 йәш, 1-еһенә 54, икәүһенә 50-шәр йәш, береһе 33 йәшлек. Ошоларҙан сығып мин пенсия йәшен арттырыуға ҡырҡа ҡаршымын. Кешеләргә эш урыны булдырыр кәрәк, яҡшы хеҙмәт хаҡы алһындар. Әлеге көндә Яҡупта 350 кеше йәшәй, 55 бала белем ала. 23-25 бала балалар баҡсаһына йөрөй. 1-1,5 йәшлек 10 бала бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Яҡупта ФАП-та эшләрлек фельдшер юҡ, күрше Санйын ауылынан йөрөп эшләй. Аҙнаһына өс көн. Уға рәхмәт әйтке килә, ул ололарҙан ҡан ала, ЭКГ үткәрә һәм уны Ермолаевоға алып барып тапшыра. Был иһә күп ауылдаштарымды Ермолаевоға ошо йомоштар артынан йөрөүҙән ҡотҡара. Тик шулай ҙа Яҡупҡа үҙ фельдшеры кәрәк, сөнки берәй бала йә кеше ауырып китһә, фельдшерҙы эҙләп күрше ауылға барыр, йә тиҙ ярҙам машинаһы саҡыртыр кәрәк. Ярай быйыл ҡарһыҙ ҡыш булды, киләһе йылдарҙа ныҡ бурандарҙа нимә эшләргә? Ауылда иҡтисад та, яҡшы инфраструктура ла булырға, ныҡлы үҫешергә тейеш. Улар бит бер-береһенән айырылғыһыҙ. Ә беҙ аҡса юҡ тип мәктәптәрҙе ябабыҙ.

Ауылдарҙы бөтөрөп кенә ил иҡтисадын ҡотҡарып ҡала алаҫмбыҙ. Был бары тик упҡынға барыу ғына.
Читайте нас: