Все новости
Общие статьи
6 Апреля 2018, 16:29

ЦЕХ ХУЖАҺЫНЫҢ АҺ-ЗАРЫ

Һатыуға сығарылған малды һуйыу проблемалары хаҡында күп яҙҙыҡ. Яңыраҡ ҡына районда Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы Йыһаншин граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул иткәйне.

Һатыуға сығарылған малды һуйыу проблемалары хаҡында күп яҙҙыҡ. Яңыраҡ ҡына районда Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы Йыһаншин граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул иткәйне. Унда Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы халҡы ғына түгел, хатта Мәләүездән дә килеп еткәйнеләр. Уларҙың барыһының да һорауҙары бер тирәлә — мал һуйыу цехы тирәһендә өйрөлдө. Азат Йыһаншин проблемаларҙы тыңлағас, хәл итербеҙ тигән ине. Бер аҙнанан артығыраҡ ваҡыт үтте, хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрҙеме икәнен белешер өсөн юл ыңғайы Покровка ауылы янындағы мал һуйыу цехына һуғылып сыҡтыҡ. Беҙҙе унда цех хужаһы Геннадий Елисеев ҡаршы алды һәм үҙенең аһ-зарҙарын бәйән итте:

- 15 млн. һум аҡса түгеп цех төҙөп ҡуйҙыҡ та, бына тора хәҙер. Берәү ҙә тиерлек бында малын алып килмәй. Ә Күмертау баҙарында һаман да ит һатыла, әммә ул беҙҙең цех аша үтмәй. Был проблема менән Азат Йыһаншинға ла барҙым, әммә яҡшы яҡҡа үҙгәреш һаман да һиҙелмәй. Өс ай эсендә беҙҙең мал һуйыу цехы аша ни бары 40 баш һыйыр малы үтте. Ә Күмертау баҙары аша айына нисә баш һыйыр малы үткәнен беләһегеҙме? Баҙарҙа ғына (магазин-фәләнде һанамағанда) айына 300 баш һыйыр малы һатыла. Унда ит күбеһенсә Ырымбур өлкәһенән килтерелә. Уларҙың барыһы ла ялған справкалар менән алынған. Келәймә ҡуйыр өсөн тикшерергә 200 грамм самаһы ит киҫәге кәрәк, ә Күмертауҙа уның урынына 2 кг тирәһе ит киҫеп алына. Көнөнә генә баҙарҙа 25 кг һыйыр ите, 25 кг сусҡа ите һатыла. Бына хәҙер һанап ҡарағыҙ әле, баҙарҙа келәймә ҡуйыусылар үҙҙәренә күпме ит алып ҡала?! Ә һин ауыҙыңды асып: «Нишләп улай күп алаһығыҙ?» - тип әйтеп ҡара. Шунда уҡ: «Һинең итең һатыуға яраҡһыҙ», - тип кире бороп сығарып ебәрәсәктәр. Күмертау баҙарында ниндәй шарттарҙа келәймә ҡуйғандарын видеоға төшөрөп тә алдыҡ (Редакциянан: видеоны «Вконтакте»лағы беҙҙең «Юшатыр гәзите» төркөмөндә ҡарай алаһығыҙ). Унда эттәр ҙә, бесәйҙәр ҙә йүгереп йөрөй. Был видеоны Азат Йыһаншинға ла күрһәткәйнек. Беҙҙең шулай итеп видеоға төшөргәнде белгәс, Күмертауҙа беҙ алып килгән итте «сирле» тип, келәймә ҡуймаҫҡа тырыштылар, хатта. Шунда уҡ Йыһаншиндың тура үҙенә шылтыратҡас ҡына, беҙҙең иткә келәймә ҡуйҙылар.

Миңә ай һайын электр уты өсөн генә 15-16 мең һум аҡса түләргә кәрәк. Мал килтереүсе булмағас, аҡса юҡ. Бына әле үҙемдең үгеҙҙе алып килдек һуйырға. Шуның аҡсаһын электр утына түләргә уйлайым. Минең үҙемә лә көн күрергә кәрәк бит. Бер үҙем ике бала үҫтерәм. Миңә лә аҡса кәрәк. Ә эш бармай, аҡса килмәй. Былай булырын белгән булһам, анау тауға матур итеп саңғыла шыуыу урыны эшләтер инем дә, рәхәтләнеп аҡса һуғып ятыр инем. Мәләүездә бит мал һуйыу цехы менән эштәр көйләнгән. Нишләптер беҙҙә генә һаман тотҡарлана. Келәймә һуғыу кемдәргәлер табышлы урын шул...

А. ХАЛИҠОВА фотолары
Читайте нас: