Электр иҫәпләгесен алмаштырам, тип, район буйлап кеше алдап йөрөүҙәре хаҡында яңы ғына яҙҙыҡ. Холмогорҙа берәүҙе төп башына ултыртҡандар, тинек, алмаштырырға кәрәкмәгән иҫәпләгесте алмаштырып, «изге йәндәр» шулай «ярҙам иткән» дә биш-алты меңде йомарлап кеҫәһенә тығып ҡайтып киткән. Ошоноң менән үтте бындай бәлә-ҡаза, кеше лә иҫәр түгел, алданған бәндә башҡа булмаҫ, тиһәк, бына йәнә шундай уҡ бер хәл ҡабатланған. Был юлы Яманғол ауылындағы берәүгә яңы иҫәпләгес ҡуйып киткәндәр, теге кеше, рәхмәттәрен уҡый-уҡый, быларға 7 мең һум аҡсаһын тоттороп сығарған.
Һис юғы «Юшатыр» гәзите битенән уҡып, башҡаларға шул хаҡта һөйләп аңлатығыҙ: береһе лә береһенә лә тик торғандан килеп изге эш ҡылып китмәй хәҙер. Пәйғәмбәр-әүлиәләр заманы китапта ғына ҡалды. Йорт янығыҙға сит-ят әҙәмде яҡын да юллатмағыҙ, аҡсағыҙ былай ҙа аҙ түгелме ни?