Все новости
Общие статьи
10 Апреля 2018, 17:09

КОМИССИЯ ЭШ БАШЛАЙ

Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының һуңғы кәңәшмәһендә балаларҙың туған телдә белем алыуға, туған телен уҡыуға хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу, бала тәрбиәләүҙә туған телдең, традицияларҙың роле, башҡорт мәктәптәрендә уҡыусылар һанын арттырыу проблемаларына арналған йәнле һөйләшеү барҙы.

Республика ата-әсәләр комиссияһының беренсе конференцияһы делегаты Әлфиә Дәүләтшина тел киләсәге өсөн борсолған, рухлы ата-әсәләрҙән торған ҡала комиссияһын ойоштороу эше хаҡында хәбәр итте.

Был комиссияның төп маҡсаттары: башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау; һәр баланың туған телендә уҡыуҙа хоҡуҡтарын яҡлау;

башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте дәрестәренең сифатын күтәреү;

юридик һәм психологик ярҙам ойоштороу.
Читайте нас: