Күмертау ҡалаһының 3-сө китапханаһында «Ажур» оҫталыҡ студияһы, башҡорт ҡоролтайы янындағы ҡатын–ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары, оҫтабикәләр, 3-сө БРГИ уҡыусылары яҙҙың сыуаҡ көнөндә илһамланып «Үҙ ҡулдарыбыҙ менән түшелдерек» исеме аҫтында ижади флешмоб ойошторҙо.
Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең оҫталыҡтарын һалып ихлас ижад итте һәм ҡәнәғәт ҡалды. Был биҙәүестәр һандыҡ төбөндә ҡомартҡы булараҡ ҡына һаҡланмаҫ, ә милли байрамдарҙы биҙәр тигән өмөттәбеҙ. Әлфиә Дәүләтшина, Фәрзәнә Әбсәләмова, Әлфиә Шәмиғолова, Әлфиә Аҡъюловаларға милли традицияларыбыҙҙы тергеҙеүҙә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе