Все новости
Общие статьи
13 Апреля 2018, 17:15

БӨГӨН - МИҒРАЖ КИСЕ!

Миғраж тип пәйғәмбәребеҙҙең, саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм, ете ҡат күккә ашып, Аллаһ Тәғәлә ҡырына барып ҡайтыуын әйтәләр.

Миғраж тип пәйғәмбәребеҙҙең, саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм, ете ҡат күккә ашып, Аллаһ Тәғәлә ҡырына барып ҡайтыуын әйтәләр.

Ул, ваҡыт һәм ғаләм киңлеге (пространство) аша үтеп, ожмах үә тамуҡтарҙы күреп ҡайтҡанда, уның йоҡлаған ятағы ла һыуынмаған булған.

Теге донъяға барып ҡайтыусы берҙән-бер кеше - пәйғәмбәребеҙ, саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм. Пәйғәмбәребеҙ, саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм, бер хәҙисендә әйткән: “Дөрөҫлөктә, мөьминдең миғражы – уның намаҙы”. Намаҙ уҡығанда, Аллаһ ҡаршында баҫып торған һымаҡ үҙеңде хис итергә кәрәк, шул саҡта намаҙың камил булыр. Ашығып уҡыуҙан файҙа булмаҫ. Намаҙҙа юҡ-бар хәрәкәттәр яһау ҙа, башҡа төрлө фекерҙәр килеү ҙә мосолмандың Аллаһ ҡаршында баҫып тороуына лайыҡ ғәмәл түгел. Аллаһ ҡаршында булғанда, фәҡәт Уның тураһында ғына уйлап, Уның ризалығына ирешергә тырышырға кәрәк.
Читайте нас: