Все новости
Общие статьи
13 Апреля 2018, 18:17

ҮҘЕ КИЛЕП КҮРҘЕ

Үткән шаршамбы көндө районыбыҙға эш сәфәре менән Волга буйы Федераль округының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инпсекторы Михаил Закомалдин килде.Район Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҡунаҡҡа Батырҙар скверын күрһәтте, 9 Майға тағы ике бюст ҡуйыласағы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ улар яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә ҡуйылған бюстарға сәскәләр һалды.

Үткән шаршамбы көндө районыбыҙға эш сәфәре менән Волга буйы Федераль округының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инпсекторы Михаил Закомалдин килде.

Район Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҡунаҡҡа Батырҙар скверын күрһәтте, 9 Майға тағы ике бюст ҡуйыласағы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ улар яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә ҡуйылған бюстарға сәскәләр һалды.

Аҙаҡ абруйлы ҡунаҡ Ермолаеволағы йәтимдәргә тапшырылған фатирҙар менән танышты. Уларҙың йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынып, хәлдәрен һорашты. Был фатирҙарҙа йәшәүселәр торлаҡтарының уңайлы, йылы булыуына ҡыуаныстарын белдерҙе һәм район етәкселегенә ошондай матур шарттар тыуҙырғандары өсөн рәхмәт әйтте.

Михаил Иванович ҡасандыр техника ремонтлау предприятиеһының контораһы булған бинаны ҡарарға ла ваҡыт тапты. Унда әле киләсәктә йәтим балаларға биреләсәк йорт эшләү өсөн реконструкция бара. Бында ремонт эштәрен “Жилремстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Был йәмғиәттең мастеры Ҡарлуғас Исхаҡова әйтеүенсә, бинаның ҡыйығын яңыртҡандар. Әле һылау-буяу эштәре бара. Әҙер булғас бында 28 - 39 квадрат метрҙағы бер бүлмәле 8 фатир буласаҡ. Эштәр май аҙағына тамамланып, сират көткәндәргә фатир асҡыстары һабантуй байрамына тапшырылыр тигән ниәт бар.

Артабанғы сәфәр “Көйөргәҙеһөт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә дауам итте. 11 йыл элек барлыҡҡа килгән һөт эшкәртеү предприятиеһы етәксеһе Александр Дьяченко ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. “Беҙҙә элек 5-6 кеше эшләһә, хәҙер 23 кеше хеҙмәт итә. Эшебеҙ килемле, 10-дан артыҡ төрлө һөт аҙығы етештерәбеҙ. Эш хаҡыбыҙ ҙа яҡшы, уртаса эш хаҡы 23 мең һум”, - тип Александр Гаврилович предприятиеһы менән яҡындан таныштырҙы. Ҡунаҡтар бында етештерелгән һөт аҙыҡтарынан ауыҙ итте.

Михаил Закомалдин “Ремонтник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә булды. 2003 йылда барлыҡҡа килгән предприятиела ауыл хужалығы техникаһын ремонтлайҙар. “Үткән йылда “Ремонтник” 21,2 млн һумлыҡ эш башҡарҙы. Станоктарыбыҙ етәрлек, тракторҙар иҫке. Кадрҙар тәжрибәле, тик пенсия йәшендәгеләр күберәк, йәштәр юҡ”, - тине предприятие етәксеһе Илдар Хәмиҙуллин.

Аҙаҡҡы сәфәре булған Киров исемендәге хужалыҡта Михаил Закомалдин яңы төҙөлгән келәттәрҙе ҡараны, сәсеү майҙанының ҙурлығы, орлоҡ запасы, яҙғы баҫыу эштәре менән ҡыҙыҡһынды. “Сәсеү эштәренә тулыһынса әҙербеҙ. Орлоҡтар бар, техникаларыбыҙ ҙа төҙөк хәлдә, хәҙер уңайлы һауа торошон ғына көтәбеҙ”, - тине Киров хужалығы рәйесе урынбаҫары Наил Ҡунаҡбаев.

Михаил Закомалдин Көйөргәҙелә күргәндәре менән ҡәнәғәт булып, яҡташтарыбыҙға уңыштар, һаулыҡ теләп хушлашты.


Автор фотолары

Читайте нас: