Все новости
Общие статьи
13 Апреля 2018, 18:13

ЙӨҘҘӨҢ БЕРЕҺЕ БЕҘҘӘ

10 апрелдә эш сәфәре менән районға БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Владислав Туманин килде.

10 апрелдә эш сәфәре менән районға БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Владислав Туманин килде.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм тормош тәьминәте буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев, «А-Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Аҫылғужин һәм уның ПТО начальнигы Альберт Хәбибуллин, «Коммунальник» йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Селищев, Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановский менән бергә кәңәшмә үткәрҙеләр.

Артабан улар «Башҡортостандың йөҙ йыллығына — 100 яңы объект» проекты буйынса Ермолаевола яңыртыла башлаған таҙартыу ҡоролмаһы эше менән яҡындан танышты. Бөгөнгө көндә бында эш гөрләй. Был объектҡа былтыр 5 млн һум, быйыл 1 млн һум аҡса тотонолған. Йыл аҙағына тиклем төҙөлөшкә тағы ла 60 млн һум һәм киләһе йылда 25 млн һум аҡса һалынасаҡ. Таҙартыу ҡоролмаһы 2019 йылда эшләй башлаясаҡ. «Объектта барған эштәргә ҙур иғтибар йүнәлтәбеҙ. Эш яҡшы алып барылырға һәм сифатлы булырға тейеш», - тине Владислав Михайлович эш барышы менән танышҡан саҡта.

Шулай уҡ министр урынбаҫарына район дауаханаһы ҡаласығында урынлашҡан 1-се һәм 2-се ҡаҙанлыҡтарҙы күрһәтеп, ундағы ҡоролмаларҙың иҫкереүе, ремонт талап ителеүе, уның өсөн 60 млн һум аҡса кәрәклеге хаҡында ла әйтелде. Владислав Туманин ярҙам итергә тырышырға һүҙ бирҙе. «1-се ҡаҙанлыҡҡа проект эшләтеп, экспертизаға тапшырҙыҡ та инде. Хәҙер унда ремонт эштәре башҡарыр өсөн аҡса һорарға ғына ҡала», - тип аңлатты Ринат Ирек улы ҡаҙанлыҡтарға бәйле проблеманы.
Читайте нас: