Все новости
Общие статьи
20 Апреля 2018, 13:22

БАШЛАҒАС – ДАУАМ ИТ

«Юшатыр» гәзитендә «Аҡтау» кооперативының Покровка ауылы янындағы мал һуйыу цехының эшенә бәйле бер нисә материал донъя күрҙе. Уның хужаһы Геннадий Елисеев шәхси хужалыҡтарҙан һуйырға малдың аҙ килтерелеүенә зарлана.

«Юшатыр» гәзитендә «Аҡтау» кооперативының Покровка ауылы янындағы мал һуйыу цехының эшенә бәйле бер нисә материал донъя күрҙе. Уның хужаһы Геннадий Елисеев шәхси хужалыҡтарҙан һуйырға малдың аҙ килтерелеүенә зарлана.

Мин әлеге мәсьәлә тураһында бынан алда ла «Юшатыр»ҙа донъя күргән «Кооперация үҙен аҡлаймы?» (2018 йыл, 9 ғинуар, №3) тигән мәҡәләмдә ентекләп яҙғайным инде. Тағы бер тапҡыр уға әйләнеп ҡайтмай булдыра алмайым. Сөнки халыҡ: «Үҫтергән малды цехҡа алып барыу өсөн сығымдар күп китә, ул ваҡытта һыйыр малы аҫырауыңдан ни фәтеүә», – ти. Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, мал һуйыу цехы хеҙмәткәрҙәре ауылдарҙан һуйырға тәғәйенләнгән малды үҙҙәре үҙ транспортында килеп алырға бурыслы. Был – уларҙың төп эшенең бер өлөшө һәм иң мөһим өлөшө. Халыҡтың үҙ малын килтергәнен көтөп ятыу ул башлаған эшеңде ярты юлда ташлап ҡуйыу тигән һүҙ. Был – бер. Икенсенән, мал һуйыу цехының итте реализациялау өсөн үҙ магазины булырға тейеш, йә берәй кооператив менән килешеү төҙөп иттәрен һатһалар ҙа ҡыйыш китмәҫ ине. Был турала район һәм ҡала ветстанцияһы начальнигы Рәмилә Иҫәнғолова ла «Юшатыр» гәзите үткәргән түңәрәк өҫтәлдәге әңгәмәһендә дөрөҫ әйтә: «Был эш менән үҙҙәре шөғөлләнергә тейеш бит. Улар ауылдарға сығып, граждандар сходтарында ҡатнашып, халыҡҡа нимә эшләргә, нисек эшләргә, халыҡ өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылғаны хаҡында һөйләргә, аңлатырға тейеш бит» («Юшатыр», №30, 13 апрель).

Мал һуйыу цехының бына ошо шарттары үтәлмәгәс, халыҡ, әлбиттә, малын һуйып та, тереләй ҙә Ырымбур яғынан килгәндәргә биреп ебәрә. Һәр кем ауыртмаған яғына ята инде. Әйтәһе һүҙем шул: мал һуйыу цехы хужаһы ла, уның эшселәре лә зарланырға түгел, ә үҙ бурыстарын дөрөҫ аңлап һәм еренә еткереп намыҫлы эшләргә тейеш.
Читайте нас: