Ҡотлоюл ауылы халҡы ла был йәһәттән төшөп ҡалғандарҙан түгел, урамдары менән бергәләшеп эшкә керешкәндәр. Быларҙың дәррәү генә эшләп йөрөгәнен күреп: кем ҡыуып сығарҙы барығыҙҙы ла, тип белештек (бәғзе халыҡ дауайламайынса ҡуҙғала һалып бармай бит, шуға төрттөрҙөк). Ҡотлоюлдарҙың яуабы ҡәтғи яңғыраны: «Беҙ кемдеңдер әйткәнен көтә торғандарҙан түгел, аңлы кешеләрбеҙ, урамдарыбыҙ матурланып китһә, йәшәүе лә күңеллерәк. Донъяны үҙебеҙ йәмләргә тейешбеҙ, был ерҙә беҙгә йәшәргә бит».